Зыярат ҡыйлыҡҡа әйләнгән 28.03.2017

Мәләүез районының Ергән ҡасабаһы эргәһендәге зыярат ҡәберлектәре сүп-сар өйөмдәренә күмелгән. Сөнки юл аша - ҡыйлыҡ урынлашҡан. Был күренешкә урында йәшәүселәр былтыр ғына иғтибар итә. Боҙ урынан ҡуҙғалғанмы?

Был видеояҙманы беҙҙең редакцияның ватсап һандарына Ергән юлы аша уҙып барыусы шаһит төшөрөп ебәргән. Зыярат ҡыҙғанысҡа, ҡый түгеү урынын хәтерләтә. Ҡәберлектәр өҫтөндә сәскәләр түгел, ә йыртылып бөткән пакет, ҡағыҙ ҡумталар ята...
1953 йылда Ергәнгә килен булып төшкән Александра Степановнаның зыяратта яҡындары ерләнгән. Йыл һайын барып таҙартыуымдан файҙа юҡ, ҡәберлектәр сүп-сар өйөмө аҫтында тип борсола ханым. Икенселәр ауылға яҡын урынлашҡан ҡыйлыҡтан насар эҫ килеүенә зарлана.
Урында йәшәүселәр был хәлгә былтыр иғтибар итә башлай. Яуаплы ведомство тарафынан мәсьәлә шәхсән күҙәтеүгә алына. Тик ни сәбәптәндер сүп-сар урыны күптән түгел генә таҙартыла башлай.
Тикшереү барышында санитар нормаларҙың боҙолоуы асыҡлана, был - ҡыйлыҡты ябыуға сәбәпсе булған.
Әлегә сүп-сар  урыны таҙартылып бөтөрмө, билдәһеҙ. Ә бына район етәкселеге зыяратҡа ҡар иреү менән күләмле өмә ойошторорға ниәтләүен белдерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика