Заманса ҡала мөхитен формалаштырыуҙа һәр кем ҡатнаша ала

Заманса ҡала мөхитен формалаштырыуҙа һәр кем ҡатнаша ала 08.02.2018

Республикала 2018-2019 йылдарҙа төҙөкләндерелергә тейешле  йәмәғәт урындарын һайлау буйынса тауыш биреү үтәсәк. Был турала бөгөн ведомство-ара комиссия ултырышында белдерелде.

«Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу» өҫтөнлөклө проекты сиктәрендә былтыр 416 ихата һәм  37 йәмәғәт урыны тәртипкә килтерелгән, төҙөкләндерелгән.  Урамдарға яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған,  парковка, сүп-сар йыйыу урындары эшләнгән, балалар ҡаласыҡтары, спорт майҙансыҡтары  ҡалҡып сыҡҡан.  Финанслау күләме 1 миллиард һумдан ашыу, аҡса Рәсәй һәм республика ҡаҙнаһынан бүленә. Программала барлығы 30-ға яҡын муниципаль берәмек ҡатнашҡан. Быйыл иһә ул  республиканың барлыҡ төбәктәренә таратыла. Әле ошо ике йылда  программаға инәсәк объекттар барлана. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Йәғни, төҙөкләндерелергә тейешле урындар йәмәғәтселек фекеренә таянып һайлана.  Тәҡдимдәр 9 февралгә тиклем ҡабул ителә.  Тауыш биреү 16-23 мартта үтә, һәр бер муниципаль берәмек аныҡ бер көндө үҙе билдәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку