Заман технологиялары электр сымдарына йәбешкән боҙлауыҡтарға ҡаршы көрәшә

Заман технологиялары электр сымдарына  йәбешкән боҙлауыҡтарға ҡаршы көрәшә 22.10.2014

Яңы алымдар бөгөн Өфөлә үткән фәнни-ғәмәли конференцияла ҡаралды. Был сара XIV энергетика форумы сиктәрендә үтә.

Үткән аҙна аҙағында Учалы районында һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүе сәбәпле, 23 ауылдың утһыҙ ҡалыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ғәҙәттән тыш хәл ҡар яуып электр линияларына боҙлауыҡ һырыуы һөҙөмтәһендә килеп сыға. Әле төбәктә төҙөкләндереү эштәре тамамланған. Энергетика тармағында эшләүсе белгестәр әйтеүенсә, киләсәктә бындай проблемаларға бөтөнләй сик ҡуйырға мөмкин, хәҙер технологияларҙы камиллаштырыу бара. Бөгөн яңы алымдар баш ҡалала энергетика форумы сиктәрендә ойошторолған фәнни-ғәмәли конференция сиктәрендә лә күрһәтелде. Заманса ысулдарҙың береһен Өфө дәүләт авиация техник университеты белгестәре уйлап сығарған. Был технология буйынса һуҙылған электр линиялары сымдарға һырыған боҙлауыҡты тиҙ арала иретеү һәләтенә эйә. Алым Хәйбулла районында ҡулланыла башлаған да инде.
Владимир Максимов, Өфө дәүләт авиация техник университетының әйҙәүсе инженеры: «Был технологияның төп үҙенсәлеге электр сымдарына йәбешкән боҙлауыҡ йәки ҡарҙы ҡыҫҡа ялғаныш тогы менән иретеүгә ҡайтып ҡала. Билдәләнгән участкала электр уты һүндерелә һәм көслө баҫым менән линиялар йылытылып, сымдарға йәбешкән ҡар юҡҡа сығарыла. Бының өсөн ни бары 20-30 минут ҡына ваҡыт талап ителә».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика