Заман ижады 29.07.2015

Бөгөн Шишмә районында урынлашҡан "Сәлих" белем биреү үҙәгендә техника фестивале үтте. Сарала бында тәрбиәләнеүсе егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәре йыйған роботтарҙы һәм башҡа идеяларын күрһәтте. 10 көн дауам иткән лагерь улар алдында ижад өсөн киң мөмкинлектәр аса. Тәжрибәле педагогтар башланғысы менән малайҙар һәм ҡыҙҙар инженерия, робототехника, физика һәм химия нигеҙҙәрен практикала төшөнә.

Роботтар бында яратҡан йорт хайуандары шикелле. Балалар уларға ҡушаматтар бирә, тәрбиәләп тора. Был бәләкәй ҡоролманы "Йоҡосо" тип атайҙар. Ул ике параллель торған тәгәрмәстә ҡоламайынса йөрөй ала.

Бында малайҙарға ла, ҡыҙҙарға ла оҡшай. Роботтарҙы ҡурсаҡтарҙан өҫтөнөрәк ҡуйыусылар араһында 5-се синыф уҡыусыһы Азалия Әмирханова ла бар. Математика фәнен яратҡан ҡыҙ "Һөжүмсе" тип аталған робот йыйған. Ул туп тибеүсе аяҡты һынландыра. Үҙен ысын конструктор тип тойған балалар бында оҙағыраҡ ҡалыу теләген белдерә.

Балалар алдында ҡатмарлы техника менән эш итеү мөмкинлеген Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Сәлих" белем биреү социаль үҙәге аса. 13 тәрбиәләнеүсе 10 көн дауамында үҙенсәлекле лагерҙа практикала робототехника, физика һәм башҡа фәндәрҙе өйрәнә.

Балалар йыйған роботтар асылда конструктор ғына булһа ла,  ижад өсөн дә урын бар. Күптәр инструкция буйынса түгел, ә үҙҙәренең идеяларынан сығып эшләгән. Һөҙөмтәһе насар тип бер ҙә әйтеп булмай.

Һәр төрлө роботтарҙан тыш үҙәктә шулай уҡ контактлы нанопарк та эшләй. Исеменән үк күренеүенсә, бында төрлө әйберҙәрҙе тотоп ҡарау мөмкинлеге бар. Ундайҙар рәтендә ошо үҙенсәлекле шыйыҡса бар. Ул ниндәйҙер кимәлдә Ньютон закондарына буйһонмай. Сөнки тәү ҡарашҡа шыйыҡ, ә ҡапыл төрткәндә ҡаты. Йоҙроҡ менән һуҡҡанда ла тирә-яҡҡа сәсрәмәй.

Әйткәндәй, был шыйыҡсаны бала ла эшләй ала. Кәрәкле ҡатнашмалар: крахмал һәм һыу. Уларҙы кәрәкле нисбәттә бутағас ҡапыл төрткәндә ҡата торған шыйыҡса килеп сыға. Лагерь тәрбиәләнеүселәрен көн дә яңы асыштар көтә.

Робототехника һәм моделләштереүҙә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән 7 кеше грамотаға лайыҡ булды. Башҡалар сменала ҡатнашҡаны өсөн сертификаттар алды. Ләкин сара бүләк иткән тәьҫораттар, техникаға һөйөү быларҙан күп тапҡырға ҡиммәтлерәк.

Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика