Йыр-моң һөйөүселәр өсөн асыҡ ишектәр көнө

Йыр-моң һөйөүселәр өсөн асыҡ ишектәр көнө 24.07.2014

Баш ҡаланың музыка мәктәптәренең береһендә сәнғәт һөйөүселәр төрлө музыка ҡоралдарының мөмкинлектәре менән яҡындан таныша һәм  уларҙа уйнап та ҡарай алды.

Быға тиклем вокал менән мауығыусы Наталья Решетникова саксофонда уйнау серҙәренә төшөнөргә теләй. Моңло ҡыҙға музыка ҡоралдарында уйнау еңел бирелә. Наталья Решетникова, музыка мәктәбе уҡыусыһы: «Саксофондың көйө миңә бик оҡшай, шуға күрә уйнарға өйрәнгем килә. Асыҡ ишектәр көнөн үткәреү, минеңсә, бик яҡшы. Бында теләгән һәр кем үҙенең һәләттәрен аса, ижад донъяһына яҡынлаша ала». Музыка мәктәбендә 800 уҡыусы шөғөлләнә. Иң кескәй уҡыусыға өс йәш кенә булһа, иң өлкәне- етмеш өстә. Ниндәй музыка ҡоралында уйнарға теләүеңә, мөмкинлектәреңә ҡарап күңелеңә ятҡан йүнәлеш буйынса дәрестәр алырға була бында. Уҡыусыларҙың һәләте тиҙ асыла, ти мәктәп уҡытыусылары. Өс ай ныҡышмалы шөғөлләнеүҙәрҙән һуң күптәр музыка ҡоралдарында еңел уйнай, хатта оло сәхнәләрҙә лә сығыш яһай башлай. Тик теләк һәм тырышлыҡ ҡына булһын. Ильвира Дәүләтова, музыка мәктәбе уҡытыусыһы: «Мәктәпте тамамлаусы үҙешмәкәр таланттар таныҡлыҡ алыу менән генә сикләнмәй. Улар төрлө концерттарҙа, кисәләр һәм конкурстарҙа ҡатнаша, балалар йорттарында сығыш яһай».Саксофон, фортепиано, баянда уйнау серҙәренә Өфө халҡы бында төшөнә ала. Әммә гитара күптәрҙең яратҡан музыка ҡоралы булып ҡала. Быйылғы кеүек ҡояшлы көндәргә һаран йәйҙә музыка мәктәбендә ойошторолған асыҡ ишектәр көнө һәр кемдең күңеленә хуш килде. Күптәр үҙҙәрендә быға тиклем йәшеренеп ятҡан һәләттәрен асыҡланы, тиһәк тә һис тә хата булмаҫ.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика