Йылайыр районында урман ҡырҡыусыларҙың республика конкурсы уҙҙы

Йылайыр районында урман ҡырҡыусыларҙың республика конкурсы уҙҙы 29.09.2014

Һөнәр алдынғылары өс номинация буйынса билдәләнде. Төбәк этап еңеүселәре теоретик белемен ғәмәлдә һынаны.

Бәйге ҡағиҙәләренә ярашлы, конкурсант ағасты 3 минут эсендә йығырға тейеш. Әммә нисек етте шулай түгел. Бәйгесенең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүе һәм ағастың билдәләнгән урынға ҡолауы баһалана. Ағас йығыу республика бәйгеһенең иң ауыр һынауҙарынан һанала.

Төбәктә конкурс быйыл өсөнсө тапҡыр уҙғарылды. Унда урман хужалығы министрлығына ҡараған 8 һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты күрһәткән 3 команда ҡатнашырға теләк белдергән. Тәүге һынауҙа Василий Калинин иң яҡшы күрһәткестәргә иреште. Ул урман ҡырҡыусылар бәйгеһендә тәүгә ҡатнашмай, шуға етерлек тәжрибә туплап өлгөргән. Һөнәр алдынғыһы исеменә лайыҡ булыусы бензопила менән оҫта эш итә белергә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә һәм тәбиғәткә зыян килтермәҫкә тейеш.

Өсөнсө турҙа бәйгеселәр бүрәнәне ярты минут эсендә ботаҡтарынан таҙартырға тейеш ине. Конкурсанттар һынатманы. Республика ярышы һөҙөмтәләре буйынса урман ҡырҡыуҙа һөнәр алдынғыһы тип «Башлеспром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт хеҙмәткәре Василий Калинин танылды. Ул 2015 йылда республика данын Рәсәй кимәлендә яҡлаясаҡ.

Л.Тунасова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика