Йылға-күлдәргә - таҙа ярҙар

Йылға-күлдәргә - таҙа ярҙар 26.06.2015

31 июлгә тиклем дауам итәсәк Бөтә Рәсәй акцияһына дәүләкәндәр ҙә ҡушылды. Асылыкүл буйында ойошторолған өмәлә республика һәм урындағы  ойошма вәкилдәре, волонтерҙар ҡатнашты. Ойоштороусылар билдәләүенсә, акцияның маҡсаты һыу объекттарының хәлен яҡшыртыу, экологик проблемаларға йәмәғәт иғтибарын йүнәлтеү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Өмә барышында ун километр арауыҡтағы  яр буйы  сүп-сарҙан таҙартыла. Дайверҙар күл төбөнә төшә. Ҡыуанысҡа, һыу аҫты таҙа булыуы асыҡлана.

Максим Калганов, волонтер: «Асылыкүл - Башҡортостандың иң ҙур күле. Бында сит ил туристары ла күп килә. Шуға уның тирә-яҡ торошо - республикабыҙҙың йөҙө тип әйтергә мөмкин. Акцияға оло теләк менән ҡушылдыҡ, алдағы көндәрҙә Ағиҙел йылғаһы менән Ҡандракүлгә барырға уйлайбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку