Йыһан батырҙары Өфөлә

Йыһан батырҙары Өфөлә 15.05.2015

«Гагарин көндәре» республика балалар-үҫмерҙәр фестивале сиктәрендә тәүге йыһангир Юрий Гагаринға  мемориаль таҡтаташ асылды.

Ул донъяның тәүге йыһангир исемен йөрөткән ҡала урамы, уның фотоһүрәте төшөрөлгән күп ҡатлы йортҡа беркетелде. Тантаналы митингыла легендар космонавтар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты. Митингыла ҡунаҡтар легендар шәхесте хөрмәтләп иҫкә алды. Юрий Гагарин менән ҡасандыр юлдары киҫешкән, аралашҡан дуҫтары хәтирәләре менән уртаҡлашты. Сара һуңында байрамда ҡатнашыусылар мемориаль таҡтаташҡа сәскә һалды, йыһангирҙарға гөлләмәләр бүләк итте. Иҫтәлеккә фотоға төштө.
Виктор Горбатко, йыһангир, ике тапҡыр Советтар Союзы геройы: «Ә һеҙ беләһегеҙме, Юрий Гагарин кешелекле булды. Олоһон да, кесеһен дә, етәкселәрҙе лә,  ябай кешеләрҙе лә барыһын да  бер тигеҙ күреп аралаша ине. Һәр кемгә итәғәтле булды. Был уның иң мөһим сифаты ине. Йыһан киңлектәрен яулаусы күптәргә өлгө булды».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку