Юристар араһында ла мутлашыусылар бар 23.09.2016

Баш ҡалала йәшәүсе тиҫтәгә яҡын кеше суд процессын еңеү теләге менән юридик ярҙам алырға була.  Килешеү буйынса улар күрһәтеләсәк хеҙмәт өсөн бер үк белгескә алдан аҡса түләй. Әммә барыһы ла документ тултырыуҙан ары китмәй, юрист клиенттарына буш вәғәҙәләр биреүҙән башҡа бер ниҙә эшләмәй.

Лира Вишник былтыр ноябрҙә баш ҡаланың 18-се клиник дауаханаһында гинекология буйынса түләүле операция яһата. Тик барыһы ла уңышһыҙ тамамлана.Оҙаҡ та үтмәй уға икенсегә скальпель аҫтына ятырға тура килә. Сәләмәтлеге ҡаҡшаған ҡатын үҙенең ҡулланыусы хоҡуғын яҡлар өсөн юристҡа мөрәжәғәт итә. Тәүмаҡсат, медицина учреждениеһының хеҙмәте өсөн биргән 20 мең һум аҡсаны кире ҡайтарыу була.
Лира Вишник, зыян күреүсе: «Дауаханан сығыу менән адвокат эҙләй башланым. «Баш.Юрист» сайтында Сергей Дәүләтгәрәев хаҡында белешмәгә юлыҡтым. 1 апрель ул минең менән юридик ярҙам күрһәтеү буйынса килешеү төҙөнө.  Ҡулымдағы барлыҡ документтарҙы, справкаларымды ҡарағас, судта еңәһең тип ышандырҙы. Күрһәтеләсәк хеҙмәте өсөн алдан уҡ  20 мең һум түләнем. Мутлашыусыға эләккәнемде аҙаҡ ҡына аңлап ҡалдым».
Үҙен юрист тип танытҡан Сергей Дәүләтгәрәевтан беҙгә билдәле мәғлүмәт буйынса Өфөлә тиҫтәгә яҡын кеше алданған. Улар тағы ла күберәк булыуы ихтимал. Зыян күреүселәр әйтеүенсә, мутлашыусының офистары хәҙер ябыҡ, уны фатирында ғына осратырға була. Тик бөгөн дә ғәҙәттәгесә, ишекте асыусыһы юҡ.
Виктория Гулак, зыян күреүсе: «Был юрист менән килешеү төҙөгәндән һуң бер ай үткәс, уға шылтырата башланым. Яуап бирмәне, смс аша ғына аралашты. Судҡа бирергә тейеш ине, документтарҙы ебәрҙем тип яҙҙы. Алдаған булған. Судта был фактты иңҡар иттеләр».
Александр Шишков, зыян күреүсе: «Алданғанымды аңлағас, интернетта Дәүләтгәрәев хаҡында мәғлүмәт эҙләй башланым. Асыҡланыуынса, ул был эшмәкәрлеген 2009 йылдан уҡ алып бара. Уға эске эштәр идаралығына ялыу яҙыусылар күп булған, тик «мутлашыу» статьяһы буйынса бер кем дә эш ҡуҙғатмаған. Енәйәт составы юҡ тигәндәр».
Был хәл дә тап ошо фильмдағы ҡанатлы фразаға тап килә. Зыян күреүселәр 14-30 мең һум аҡсаһын елгә осорған, етмәһә, ялған «ялҡау» юрист арҡаһында суд процестарын да еңмәгәндәр. Юридик ярҙам күрһәтеүсегә мөрәжәғәт итер алдынан иғтибарлы булыу талап ителә,-ти был өлкәлә эшләүселәр.
Ә бит зыян күреүселәрҙең ҡулдарында бөтә килешеүҙәре лә бар. Шуныһы ғына аптырата - мисәттәре төрлө. Етмәһә, юрист ике фамилия аҫтында эшмәкәрлек алып барған. Бәләгә тарыусылар ғәҙеллек өсөн көрәште туҡтатырға уйламай.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика