Юлдағы йырындар арҡаһында республикала ҡырҡтан ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән

Юлдағы йырындар арҡаһында республикала ҡырҡтан ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән 13.02.2017

Проблемалы участкаларҙың береһе - Октябрь проспектының "Тимер юл дауаханаһы" туҡталышынан Өфө ҡала хакимиәтенә тиклемге арауығы.  Тап шул ерҙә  юл-транспорт ваҡиғалары йыш теркәлә.

"Эх, юлдар, юлдар", тип көрһөнөргә генә ҡала. Был  һәүәҫкәр видеояҙма  баш ҡаланың үҙәк  урамындарының береһендә төшөрөлгән.  Өфөләге Октябрь проспектының "Тимер юл дауаханаһы" туҡталышы янында көн һайын тиерлек авариялар теркәлә. Сәбәбе - асфальттағы йырындар. Үҙәктән Черниковка биҫтәһе яғына барғанда юлдың һул яҡ һыҙатындағы тәрән  йырын 500 метр тирәһе дауам итә.

Был ерҙә тиҙлекте сәғәтенә 40 саҡырымдан арттырыу тыйыла. Ошо хаҡта юл билдәһе лә ҡуйылған, әммә бөтә автоһәүәҫкәрҙәр ҙә уны күреп өлгөрмәйме, әллә  проспекттың  ҡала уртаһындағы өлөшөндәге етешһеҙлек   тураһында белмәйме - авариялар һаны кәмемәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләнән күп йыллыҡ тәжрибә лә аяп ҡала алмай.

Ә ни өсөн был етешһеҙлек юлдың билдәле бер участкаларында килеп сыға? Светофор алдында  машиналар туҡтай, ҡүҙғалып киткәндә юл  ашалыу ихтималлығы ҙур. Йырынға килтереүсе тағы ла бер сәбәп - юлдарҙың тигеҙ булмауы. Әлеге урын - үргә таба   менгән ерҙә.  

Тәгәрмәстәрҙәге  тимер шиптар ҙа асфальт ҡатламын ашай. Әммә соҡорҙар барлыҡҡа килеүен уға  япһарырға ярамай. Нанотехнологиялар заманында асфальтты тимер шиптар ашамаҫлыҡ итеп һалырға була. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан  хәбәр итеүҙәренсә, соҡор 6 миллиметрҙан тәрәнерәк икән, был Дәүләт стандарты нормаларын боҙоу булараҡ теркәлергә тейеш.
Белгестәр юл-транспорт ваҡиғаһына эләккән кешегә мотлаҡ юл япмаһының  төҙөк булмауы тураһында акт төҙөтөргә,кәңәш итә, уның  буйынса  суд аша түләү алырға мөмкин.  

Өфөлә  ошондай проблемалы урындар етерлек. Береһе уның Сельская Богородская урамында. Уны төҙөкләндереүҙе һорап меңдән ашыу кеше петицияға әҙерләгәйне. Унда ла соҡорҙар  арҡаһында  автомобилдәр ҡаршы һыҙатҡа барып сыға, йә ситкә оса. Баш ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә,  көндәр йылынмай тороп был проблеманы хәл итеп булмаясаҡ.

Көндәр йылыта башлау менән ремонтлай башларҙар ҙа ул. Тик бына уға тиклем автоһәүәҫкәрҙәргә нимә эшләргә? Проблемалы участкаларҙы урап үтергәме? Колея - ҡапҡанды хәтерләтә. Тиҙлектә килеп бер эләкһәң, унан сыҡмай ипләп кенән барырға кәрәк. Икенсе һыҙатҡа күсергә маташыу ҙа аварияларға килтерә. Ә тәжрибәнән күренеүенсә, йырындарҙы төҙөкләндереүҙән файҙа юҡ. Асфальт  ҡатламын  тотош алып ташлап юлды киренән һалырға кәрәк. Иренгән ике эшләй кеүегерәк килеп сыға. Еренә еткереп башҡарылмаған эш һөҙөмтәһе- өҙөлгән ғүмерҙәр, селпәрәмә килгән автомобилдәр, суд  юлы, һәм башҡаһы.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика