Юлһыҙ тормош

Юлһыҙ тормош 06.02.2016

Стәрлетамаҡ районының Маршановка ауылында йәшәүселәр көслө яуым-төшөмдәрҙән һуң  донъя менән бәйләнеш юғалтҡан. Берҙән-бер юл аҙна башынан таҙартылмай, шуға ла өлкәндәр эшкә, ә балалар мәктәпкә бара алмай. Ахыр сиктә, ауылдағылар күрше Күсәрбайға һуҡмаҡ һалып, оло юлға көс-хәл менән сығырға мәжбүр булған. Уның оҙонлоғо ике саҡрым самаһы.

Өйгә юл мажаралы һәм хәүефле сәйәхәт һымаҡ. Көн дә Маршановка ауылы балалары күрше Рязановкала урынлашҡан мәктәпкә барыр өсөн ҡар яланы буйлап ике саҡрым самаһы һуҡмаҡ тан тейеш. Юлда шулай уҡ йылға ла, убалар ҙа осрай. Бер яҡтан бындай мажара ҡыҙыҡ кеүек, тик балалар башҡа фекерҙә.
Йәйәү йөрөүҙең сәбәбе юл булмауҙа. Көслө яуым-төшөмдән һуң бәләкәй генә ауылдан бөтөнләй сығып булмай, ә ҡар таҙартыусы техника бында ул тиклем үк килеп бармай. Шуға өлкәндәр ҙә, балалар ҙа уларҙы оло юл менән тоташтырыусы һуҡмаҡ буйлап йөрөргә мәжбүр.
Лариса, Маршановка ауылында йәшәүсе: «Көндөҙ ярай әле һуҡмаҡтан йөрөүе еңелерәк, яҡты бит инде, бөтә нәмә күренә. Ә бына эңер төшкәс юлдан тайпылып ҡарға әллә нисә тапҡыр батаһың, шуға үҙем менән фонарь йөрөтәм».
50-60 самаһы кеше ошондай хәлдә ҡалған. Маршановка өс өлөштән тора, һәр береһендә 10-ға яҡын йорт. Урындағы халыҡ цивилизациянан бөтөнләй ситтә ҡалған тиһәң дә була, юл юҡ, саҡырһаң тиҙ ярҙам да, янғын һүндереүселәр ҙә килеп етә алмай аҙаплана.
Хәйер, беҙҙең ижади төркөм килеп киткәндән һуң иртәгәһенә үк юлдар таҙартылды. Иртә менән балалар күрше ауылға килеүсе мәктәп автобусына тиклем һуҡмаҡ буйлап, ә инде төшкә, юл асылғас, ата-әсәләре уларҙы автомобилдә барып алған.
Маршановка ҡараған Рязановка ауыл биләмәһе башлығы телефон аша юлдарҙы таҙалау өсөн махсус техника булмауына зарланды. Ябай трактор бында үтеп инә алмай, шуға ла өмөт тик юлдарҙы төҙөкләндереү идаралығында ти ул.
Шулай итеп әлегә мәсьәлә хәл ителде. Маршановка халҡы ҙур ҡыуаныс менән һуҡмаҡты оло юлға алмаштырҙы. Улар район хакимиәте юлдарҙы даими таҙаартыу өсөн техника табыр тип ышана, сөнки балаларҙың мәктәпкә ҡарға бата-бата йөрөүе бер ниндәй сиктәргә лә һыймай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика