Юл ситендә һатылған емеш-еләктең файҙаһы күберәкме, әллә зыянымы?

Юл ситендә һатылған емеш-еләктең файҙаһы күберәкме, әллә зыянымы? 12.07.2017

Бөгөн Өфөнөң Киров районы хакимиәте йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре менән берлектә профилактик рейдҡа сыҡты. Һөҙөмтәлә йөҙҙәрсә административ протокол төҙөлдө.

Баш ҡаланың Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһе. Теҙелеп киткән тиҫтәләрсә сауҙа нөктәһе. Емеш-еләктәр менән башлыса сит илдән килгән граждандар һатыу итә. Ҡояш нурҙары аҫтында бешеп етмәгән көньяҡ емештәре урамда өлгөрә. Күпме ятыуы ла билдәһеҙ. Сөнки документтар теүәл түгел. Себен эйәләшеүе лә көн кеүек асыҡ
Конкурс комиссияһы аша Өфөнөң Эске эштәр министрлығы мәктәбе туҡталышында сауҙа итеүселәрҙең береһе лә рәсми рөхсәт алмаған. Дөрөҫөрәге, һораусылар ҙа булмаған. Ә бөгөн улар иҫәбе тиҫтәнән ашҡан. Барыһы ла рөхсәтһеҙ һатыу итә. Хоҡуҡ һағындағыларҙы күргәс берәүҙәр телләшеп маташһа, икенселәр тауарын ташлап ҡасыу яғын ҡараны. Ә был һатыусының сауҙа өлкәһендәге ете йыллыҡ стажы булыуға ҡарамаҫтан, ябай маркетинг ҡағиҙәләренә әлегәсә төшөнөп бөтмәгән. Үҙе менән һатыу итеүгә бәйле бер ниндәй рөхсәт документы ла юҡ. Ниндәй ил продукцияһы икәнлеген дә аныҡ аңлата алманы.
Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәте вәкилдәре рөхсәтһеҙ һатыу иткән сауҙа нөктәләренән бигерәк, урам баҙарынан ары торорға кәңәш итә. Сөнки аҙыҡты асыҡ һауала һаҡлау дөрөҫ ойошторолмай. Ул кешене ағыуланыуға килтереүе ихтимал. Һөҙөмтәлә Өфөнөң Киров районында ғына 400-ҙән ашыу административ протокол төҙөлдө. Физик шәхестәргә 500-ҙән 1500-ға, юридик шәхестәр 50-100 мең һум штраф түләргә бурыслы. Профилактик рейдтар алдағы көндәрҙә баш ҡаланың башҡа биҫтәләрендә лә дауам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика