Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр автобустар ҡатнашлығында теркәлгән авариялар һаны 36 процентҡа артҡан

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр автобустар ҡатнашлығында теркәлгән авариялар һаны 36 процентҡа артҡан 19.01.2016

Ә водителдәре арҡаһында зыян күреүселәр 40 процентҡа күбәйгән. Бынан сығып, пассажир ташыу баҙарында тәртип урынлаштырыу көн талабы. Йылдың икенсе яртыһынан автобус водителдәрен һәм уларҙың хужаларын ҡағиҙәләрҙе боҙоу өсөн яңы штрафтар көтә.

Автобус водителдәрен тикшереү гел генә тыныс үтмәй. Күрәләтә закон боҙоусылар транспорт күҙәтеүе инспекторҙары менән әрләшеп, өҫкә менеп бара. Водитель рейсҡа путевкаһыҙ сығыуын да йәшермәй, автобус тулған осраҡта ул штрафты һиҙмәйәсәк тә.
Былтыр Транспорт тармағын күҙәтеү федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы лицензияһыҙ кеше ташыусы 8 водителде асыҡлаған. Уларға һәм башҡа ҡағиҙә боҙоусыларға ике миллион һумдан ашыу штраф һалынған. Шуға ҡарамаҫтан, талаптарға ҡул һелтәп ҡараусы водителдәр һәм ойошмалар етерлек. Сираттағы рейд сиктәрендә инспекторҙар мәҫәлән, тахографы булмаған автобусҡа тап булды. Ҡала-ара рейстарға сығыусы транспорт сараһы мотлаҡ был ҡоролма менән йыһазландырылған булырға тейешлеге тураһындағы закон ике йыл элек ҡабул ителгәйне.
Тахограф водителдең эш һәм ял режимын үтәү-үтәмәүен тикшереү өсөн кәрәк. Был бәләкәй компьютер водителдең маршрутын, ҡайҙа туҡтауын, күпме ял итеүен теркәп бара. Ләкин ҡайһы берәүҙәр үҙ эшен белеүселәргә ул кәрәкмәй тигән фекерҙә.
Нисек кенә булмаһын тахографы булмаған автобус хужаһы 3 мең һум штраф түләйәсәк. Ҡайһы бер шәхси эшҡыуарҙарҙың һәм водителдәрҙең ҡағиҙәләрҙе үтәргә уйламауына ҡарамаҫтан, халыҡ был автобустарҙа йөрөүҙән туҡтамай.
Шәхси пассажир ташыусыға ултырғанда уның путевкаһы һәм лицензияһы бармы-юҡмы тип ҡыҙыҡһыныу артыҡ булмаҫ. Республика юлдарында автобустар ҡатнашлығында фажиғәләр булып тора. Шуның менән бергә путевкаһы булмаған водитель рейсҡа сығыу алдынан медицина тикшереүе үтмәгән тигәнде аңлата. Ә был пассажирҙарҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыу менән бер.
Үҙ-үҙенә эшләүселәрҙән айырмалы рәүештә, дәүләт ойошмалары водителдәре мотлаҡ медицина тикшереүе үтә. Даими күҙәтеүҙән транспорт саралары ла ситтә ҡалмай, бындай автобустар аварияларға бөтөнләй эләкмәй тип әйтеү әлбиттә, дөрөҫ булмаҫ ине, ләкин осраҡтар әҙерәк булырға тейешлеге былай ҙа аңлашылып тора. Мәҫәлән, Хәйбулла районында пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү камиллашып тора. Күптән түгел Өфө ҡасабаһында водителдәрҙе тикшереү өсөн медицина кабинеты асылған.
Уфимский ҡасабаһы ауылы мәктәбенә башҡа яҡтан килеүсе уҡыусылар хәүефһеҙлеге тағы яңы кимәлгә сыҡты. Әйткәндәй, оҙаҡламай ҡала эсендә йөрөүсе автобустарҙы ла үҙгәрештәр көтә. Тәү сиратта, һәр ойошма йәки шәхси эшҡыуар конкурс үтәсәк.
Бер автобус тик тәғәйен маршрут буйлап ҡына йөрөй аласаҡ. Үҙгәрештәр көсөнә ингәс, пассажир ташыу баҙарында хоҡуҡ боҙоусылар кәмейәсәк тип күҙаллай белгестәр.
1 июлдән пассажирҙарҙы туҡталыштан тыш төшөрөүсе йә ултыртыусы автобус водителдәре 3 мең һум штраф түләйәсәк. Ҡабаттан ҡағиҙәне боҙоусылар инде 5 меңенән ҡолаҡ ҡағасаҡ. Шулай уҡ июлдән конкурс үтеп ниндәйҙер маршрутты хеҙмәтләндереү хоҡуғын яулаған эшҡыуар автобустарына махсус туҡталҡа ойошторорға тейеш. Транспорт сараһын теләһә ҡайҙа ҡалдырыусы водитель, уның менән бергә шәхси эшҡыуар һәм юридик шәхескә күләмле штрафтар янай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку