Юлға-артыҡ йөкһөҙ 02.10.2015

4 октябргә тиклем бөтә Рәсәй буйынса ошондай акция бара. Был сара тәү тапҡыр үткәрелә.

Һуңғы  йылдарҙа  йөк машиналары иҫәбенең ҡырҡа артыуы  юлдар  сифатына кире йоғонто яһай, улар баҫымында асфальт тиҙерәк сафтан сыға. Нормаларға  ярашлы, техника  40 тоннанан ашыу йөк тейәргә тейеш түгел. Юлдарҙа күсмә үлсәү станциялары  уларға ҡаршы көрәшеү ниәтендә  ойошторолған да инде.  үлсәү контроле Бйамаҡта ла асылды. Әле улар  юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре  менән берлектә  «Юлға - артыҡ йөкһөҙ»    исемле акция  иғлан итте.  Акція  барышында водителдәргә  дөйөм ҡағиҙәләрҙе инҡар итмәҫкә,  билдәле күләмдән артыҡ  йөк  тейәмәҫкә, автомобиль трассаларының боҙолоуы хаҡында  иҫкәртеү яһаласаҡ.
Иң аяныслыһы   юлдарҙың торошо насар булғанлыҡтан  авариялар йышая, кеше ғүмере өҙөлә. Һуңғы һигеҙ ай эсендә республика ла йөҙҙән ашыу  авария  теркәлгән. Шуларҙың ҡырҡтан ашыуы үлем осрағына килтергән.  Шуға күрә  юлдарҙың сифатын яҡшыртыу, уларҙы рәткә килтереү ауыр йөк машиналар менән көрәш   көн ҡаҙағында ҡала  әле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика