Юл аҙабы - гүр ғазабы 11.03.2016

Бигерәк тә яҙғы осорҙа. Ҡар ҡатламы әрселеү менән баш ҡала урамдарында асфалттың өлөшләтә юҡҡа сығыуы асыҡланды. Былтыр көҙҙән генә түшәлгән яңы юл ҡатламы тураһында бөтөнләй һүҙ йөрөтөүе мөмкин түгел. Ҡайһы бер урамдар экстремаль шарттарҙа машина йөрөтөү оҫталығын шымартыу өсөн махсус автодромды  хәтерләтә.

Асфальт ҡар менән бергә ирегән. Интернет ҡулланыусыларҙың был шаяртыуында хаҡлыҡ бар кеүек. Баш ҡаланың күпселек урамдарында юлдарҙы төҙөкләндереү көҙгө осорҙа ғына тамамланды. Яҙға сығыу менән улар йәнә ремонт талап итә.
Өфөлә йәшәүсе Михаил Черниковка биҫтәһенең үҙәк урамдарының береһендә саҡ тәгәрмәсен аҡтарып сығарманы. Яҙғы юл тиҙлек яратыусыларҙы өнәп етмәй. Хаталарҙы иһә бөтөнләй ғәфү итмәй. Михаилға хәҙер тәгәрмәс ҡоршауын яңынан беркетергә тура киләсәк.
Юлдар Өфөнөң барлыҡ биҫтәләрендә лә таушалған. Асфальт ҡатламын урыны менән әйтерһең дә, бомбаға тотҡандар. Шаҡша биҫтәһенә ингән урынды юл тип әйтеүе лә ҡыйын. Соҡорҙо урап үтә алмағандар, тәгәрмәс ямай.
Сипайлово менән Инорс биҫтәләре араһындағы юл да әле сират күперен хәтерләтә. һыҙаттарҙы айырыуы мөмкин түгел. Соҡорға эләкмәҫ өсөн күптәр ҡаршы яҡҡа сығыуҙан да тартынмай.
Юлдарҙағы хәл менән тәгәрмәс монтажлаусылар ғына ҡәнәғәт. Ҡар ирей башлау менән клиенттар бермә-бер артты тип билдәләй ремонт эштәре менән шөғөлләнеүсе Радмил Халиҡов.
Радмил Халиҡов, тәгәрмәс монтажлаусы: «Былтырғы яҙ менән сағыштырғанда клиенттар ике тапҡырға күберәк. Һәр икенсе машина тәгәрмәс яматырға килә. Ғәҙәттә  яңғыҙ эшләйем. Мөрәжәғәт итеүселәр күбәйеү сәбәпле хәҙер сменала ике кеше лә өлгөрә алмай».
Юлдарҙа көндән-көн яңы соҡорҙар хасил булыуға ҡарамаҫтан, уларҙы ямау буйынса эшмәкәрлек тә туҡтамай. Хеҙмәткәрҙәр эш тәүлек әйләнәһенә ойошторолған тип ышандыра. Тәрәнерәктәренә кирбес тултырыла. Һалҡын асфальт технологияһын ҡулланыла башлаған.
Белгестәр  көҙ һалынған юлдарҙың насар ҡышлауын тәбиғәт күренештәре менән аңлата. Һауа температураһы бер күтәрелеп, бер төшөп торҙо. 64 тапҡыр ноль аша үттек тип билдәләй юлсылар.  Берсә туңдырып, берсә иреткәндә ерҙәге һыу  асфальт ҡатламын онтай. Шуға ла соҡорҙар барлыҡҡа килә. Тейешле ҡатнашмалар еренә еткереп һалынмағанда, хәл бөтөнләй ҡатмарлаша.  Шуға ла водителдәр юлсыларҙың яуаплылығын арттырыу яҡлы. Яҙғы  соҡорҙарҙы ямауға ғына ла  бит миллиондарса һум бюджет аҡсалары китә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика