Юл аҙабы - гүр ғазабы тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр

Юл аҙабы - гүр ғазабы тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр 26.03.2015

Яҙ етеп, ҡар ирей башлау менән автомобиль юлдарында бөтә етешһеҙлектәр күренә башлай. Ҡарҙан асылған тәрән соҡорҙар автоһәүәкәрҙәр өсөн баш бәләһенә әүерелә.

Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһенә беҙ автоһәүәҫкәрҙәр үтенесе буйынса килдек. Ҡулса урамындағы соҡорҙарҙың оҙонлоғо метрҙан да ашып киткән осраҡтар бар. Ҡала хакимиәтендә яҙғы юлдар торошо хаҡында билдәле. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн интернетҡа экранда күргән сайтҡа яҙып ебәрә алаһығыҙ.
Өфө ҡала хакимиәтендә халыҡтан юлдар торошо хаҡында мәғлүмәт ҡабул ителә башлаған да инде. Ҡарҙан асылған соҡорҙарҙы, уйпат урындарҙы һәр кем видеоға, йә фотоға төшөрөп хакимиәткә яҙып ебәрә ала. Халыҡтан йөҙҙән ашыу мөрәжәғәт килгән. Улар һәр береһе райондар буйынса тикшерелеп ремонт эштәрен көйләүсе ҡала хеҙмәттәренә артабан эштә ҡулланыу өсөн тапшырыласаҡ.
Халыҡ та был яңылыҡтан ситтә ҡалырға теләмәй. Нисек кенә булмаһын, юлдағы етешһеҙлекте бөтөрөүгә бергәләп тотонһаҡ, һөҙөмтәһе лә оҙаҡ көттөрмәҫ.
Черниковка биҫтәһенең Ҡулса урамындағы соҡорҙар өҫтөнән үтеүсе  автоһәүәҫкәрҙәрҙең  дә хәле еңелдән түгел. Улар бер тауыштан  бөтә кешегә таныш  урамда тиҙерәк ремонт эштәре башланыуын теләй.
Өфөнөң коммуналь хужалыҡ идаралығында  юлдарҙың торошон  миҙгелгә генә япһармайҙар. Емерек юлдар төҙөкләндерелә башлаған да инде. Эш тәүлек әйләнәһенә бара.
Юлдарҙы тиҙ арала тәртипкә килтереү - юлсыларҙың һәм ҡала хакимиәтенең төп бурыстарының береһе. Ә өфөлөләргә был сарананан ситтә ҡалмай, соҡорҙарға ҡаршы акцияла ҡатнашып, үҙ һүҙен әйтергә генә ҡала.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика