Юҡҡа сыҡҡан юлдар менән көрәш

Юҡҡа сыҡҡан юлдар менән көрәш 20.05.2015

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты махсус операция башлай. Уның сиктәрендә 2011 йылдан төҙөлгән юлдарҙың торошо тикшерелә. Ә етешһеҙлектәрҙе табырға тотош Рәсәй халҡы ярҙам итә ала.

Яңы Упты ауылында машинаның  батыуына халыҡ өйрәнеп бөткән. Шуға ла берәйһе ошондай хәлгә тарығанда ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир егеттәр ҙә ярҙамға сыға.
Ауылға, хатта, күрһәткес тә юҡ. Бында тәү тапҡыр килеүселәр уны тик навигатор ярҙамында ғына таба ала. Насар юл ошо урында башлана. Ә Яңы Упты ауылына тиклем 5 саҡрымға яҡын юл үтергә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа, илдә был проблема һәр ауылда тиерлек бар. Уны хәл итеү өсөн Рәсәй халыҡ фронты операция башлаған.
Операция сиктәрендә юлдар буйынса рейд уҙғарыласаҡ. Йыйылған материал Рәсәй һәм Башҡортостан Хөкүмәтенә, Тәфтиш комитетына һәм прокуратураға ебәреләсәк.  
Марат Хөсәйенов, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан буйынса төбәк штабы ағзаһы: «Әгәр ҙә хәлде яҡшыртырға теләүсе,  битараф булмаған граждандар бар икән, эште әүҙемләштерергә кәрәк. «Убитые дороги России» сайтында теркәлеп, беҙҙең акцияға ҡушылырға мөмкин».  
Операцияла тотош Рәсәй халҡы ҡатнаша. Һәр кем үҙенең фекерен еткерә ала. Берләшеп эш иткәндә, юл проблемаһы ла бәлки, хәл ителер...
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку