Әйткән һүҙ - атҡан уҡ

Әйткән һүҙ - атҡан уҡ 14.07.2014

1 сентябрҙән ҡала халҡы заманса төҙөкләндерелгән паркта ял итә аласаҡ. Урмансылар тәбиғәт паркында быйыл тулы ҡеүәтенә төҙөкләндереү эштәре башланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, майҙа республика башлығы был парк торошо менән ҡәнәғәтһеҙлеген белдергәйне. Бөгөн Өфө биләмәһенең 20 мең гектарға  яҡын  майҙанын урмандар биләй, әммә халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған бер генә парк та юҡ тиһәң дә була. Ошоно иҫәпкә алып  Рөстәм Хәмитов Урмансылар паркын тәртипкә килтереү бурысын ҡуйҙы.

Ҡеүәтле техника тиҫтә йылдар элек һалынған асфальт ҡатламын аҡтара. Юл ситендә үҫкән тереклекте тапамаҫ өсөн, машина водителе 3 метр арауыҡтан тайпылмаҫҡа тырыша.  Тиҙҙән бында соҡор-саҡырлы юл урынына тигеҙ асфальт түшәләсәк.  Әле 6 саҡрымға һуҙылған юлдың яртыһы таҙартылған.
Урмансылар паркы күптән инде өфөләрҙең яратҡан ял итеү урындарының береһенә әйләнгән. Берәүҙәр ғаиләләре менән йәнлектәр вольерын ҡарарға килһә, икенселәр тәбиғәт ҡосағында усаҡ яғып ял итергә күнеккән. Әммә һуңғыларынан һуң йыш ҡына сүп-сар өйөмдәре ҡала. Быйыл май айында төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов  ошо күренешкә тап булғандан һуң, парк торошо менән ҡәнәғәт булмауын белдерҙе. Башҡортостан Президенты яҡын киләсәктә тәбиғәт мөйөшөн тәртипкә килтереү бурысын ҡуйҙы. Ике аҙна тигәндә Президент башланғысы менән паркта экологик өмә ойошторолдо. 100 гектарҙан ашыу ерҙе биләгән  паркты таҙартыуға  министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, барлығы  2 меңдән ашыу кеше сыҡты. Сарала Башҡортостан Президенты ла ҡатнашты.
Юл төҙөкләндереү менән бер рәттән, паркта урам фонарҙәре урынлаштырыу буйынса ла эштәр башҡарыла. 270 бағананың әле өстән бер өлөшө ултыртылған. Урмансылар паркында шулай уҡ күптән көтөлгән саңғы трассаһы ла буласаҡ. Әле юлсылар саҡрым ярым арауыҡты таҙартыртыу менән мәшғүл.
Әлегә бында ҡола ялан һәм буш ҡапҡалар. Әммә тиҙҙән тап ошо урында 30-ға 60 метр киңлегендә футбол майҙаны төҙөләсәк. Урында уҡ волейбол, стритбол, баскетбол уйындарына майҙандар һалынасаҡ. Әүҙем ял итергә яратыусылар бында тәүлек әйләнәһенә бушлай шөғөлләнә ала.
Ер федераль ҡарамаҡта булыу сәбәпле, паркты төҙөкләндереүгә  бюджеттан тыш фондтарҙан  50 миллион һум тирәһе аҡса  тупланған. Был аҡсаға шулай уҡ балалар майҙансығы, автомобиль туҡталҡаһы, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре иҫәпкә алынған усаҡ яғыу  урындары төҙөү ҡаралған. Күләмле эштәрҙең тәүге этабын сентябргә тиклем тамамлау  күҙаллана. Ниһәйәт, күңелле һәм әүҙем ял итеү өсөн паркта шарттар тыуҙырыла, халыҡ ҡына был матурлыҡҡа һаҡсыл ҡараһын һәм тирә-яҡты сүпләү ғәҙәтенән арынһын ине.  
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика