Ҡытай делегацияһы килер алдынан Өфөләге Зәйнәб Биишева урамы исемен Сунь Ят-Сенға алмаштырыу тураһындағы имеш-мимештәр дөрөҫлөккә тап килмәй

Ҡытай делегацияһы килер алдынан Өфөләге Зәйнәб Биишева урамы исемен Сунь Ят-Сенға  алмаштырыу тураһындағы имеш-мимештәр дөрөҫлөккә тап килмәй 03.07.2015

Был ялған хәбәр социаль селтәрҙәрҙә киң таралды, әммә баш ҡала хакимиәте вәкиле фекеренсә, юмористар халыҡты  тишек кәмәгә ултыртты. Самиттар тирәләй килеп тыуған  имеш-мимештәрҙе туҡтатыу маҡсатында бөгөн журналистар өсөн матбуғат- конференцияһы ойошторолдо.

«Өфө-Аэропорт» юлы ябылмаһа ла, делегациялар килгән һәм ҡайтҡан ваҡытта водителдәр өсөн ҡайһы бер уңайһыҙлыҡтар килеп тыуыуы ихтимал. Сығыш яһаусылар айырыуса 10 июлдә киске сәғәттәрҙә ҙур тығындар барлыҡҡа киләсәген төҫмөрләй. Сөнки тап ошо ваҡытта халыҡ ҡаланан ситкә сығырға күнеккән. Бер үк ваҡытта делегациялар ҙа ҡайтта башласаҡ. Шуға ла юл хәрәкәте хәүефһеҙеге дәүләт инспекцияһы вәкилдәре автоһәүәҫкәрҙәргә маршрутты алдан хәстәрләргә, юлға  автомобилдәрҙе ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.
Илнур Садиҡов, Өфө ҡалаһы буйынса ЮХХДИ бүлеге етәксеһе: «Саммиттар ваҡытында Өфө урамдары асыҡ буласаҡ. Еңел автомобилдәр хәрәкәте бер ҡайҙа ла сикләнмәйәсәк. Шуға ла водителдәргә хәүефләнергә урын юҡ тип уйлайы».
Әлеге мәлдә транспорт хәрәкәте Зәки Вәлиди урамының Телеүҙәк районы эргәһендә сикләнгән. Был Конгресс-Холл алдындағы майҙанда саммитта ҡатнашасаҡ  журналистар өсөн матбуғат үҙәге урынлашыу менән бәйле. Бынан тыш, баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Октябрь проспектындағы 118-се торлаҡ йорттан алып  122-се  йортҡа тиклемге арауыҡ, атап әйткәндә, Өфө ҡала хакимиәте алдындағы юл ябыла. Был ҡарар 6 июль таңғы сәғәт 6-нан алып  9 июль төнгө 12-гә тиклем ғәмәлдә була. Шулай уҡ баш ҡалаға төньяҡ-көнбайыш, көньяҡ йүнәлештән, М5 «Урал» юлынан «Таш кисеүе» күпере һәм «Дим» биҫтәһе аша йөк машиналарына ҡлаға инеү юлы ла ваҡытлыса сикләнә.
Риф Баһауетдинов, мебель компанияһы етәксеһе: «Самиттар тураһында алдан белә инек. Шуға ла эш графигына бер аҙ үҙгәрештәр индерҙек. Уға ярашлы беҙҙең компания 6 июлдән 10 көнлөк ялға китәсәк. Беҙҙең хеҙмәттәкәрҙәрҙәрҙең барыһы ла тиерлек баҡсасылар. Бындай көтөлмәгән отпускыны улар ҡыуанып ҡаршы алды».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку