Ҡыштың ыжғыр бурандары

Ҡыштың ыжғыр бурандары 25.01.2016

Синоптиктар фаразлауынса, бөгөн һәм иртәгә айырым райондарҙа көслө буран сығыуы көтөлә, көньяҡ-көнсығыш райондарҙа елдең тиҙлеге 17 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ -8, -13, төндә -14, -19 градус һалҡын буласаҡ.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының  Башҡортостан буйынса баш идаралығы, тотороҡһоҙ һауа торошона бәйле  юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, көрт һалыуы, электр линиялары өҙөлөүе, тейешенсә нығытылмаған ҡоролмаларҙың емерелеүе ихтимал,  тип иҫкәртә. Ҡотҡарыусылар ихтыяж булмағанда оҙон юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итә.   Шаршамбыға ҡарай иһә яуым-төшөм кәмей, бурандар тыма, ә һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә, аяҙытҡанда 25 градусҡаса һыуытыуы ихтимал. Кесаҙнанан һауа температураһы йәнә күтәреләсәк, ҡар яуасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика