Ышаныс хаҡы - 800 мең

Ышаныс хаҡы - 800 мең 18.08.2014

Оло йәштәге ирҙе уны ҡараусы ҡатын алдарға тырышҡан. Оперативниктар фаразы буйынса, 45 йәшлек ханым пенсионерҙың ышанысына инеп, унан даими рәүештә аҡса таптырған.  Дүрт ай эсендә йылғыр ҡатындың банк иҫәбенә ҙур сумма йыйылған. Әммә уға яман уйын аҙағынаса тормошҡа ашырырға яҙмаған.

Яңғыҙ ирҙең тормошона үҙен Әлфирә тип таныштырған ҡатын көтмәгәндә килеп инә. Ярҙам итергә тәҡдим итә, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек ташый.  93 йәшлек ирҙең ышанысын тиҙ арала яулай. Әммә ҡылған изгелектең хаҡы үтә юғары булыуын пенсионер күҙ алдына ла килтермәй. Ҡатын пенсионерҙан банк иҫәбендә булған барлыҡ аҡсаһын үҙенә күсереүҙе талап итә. Был аҙым банк хеҙмәткәрҙәрен һиҫкәндерә һәм улар 02 номерына хәбәр итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатынды ҡулға ала. Ваҡиғаның асылына төшөнөү өсөн унан пенсионерҙың фатирында һорау алалар.
Әлфирә ханым үҙ ғәйебен таныманы. Ул  дүрт ай дауамында оло йәштәге ирҙе ҡарауы, уға ярҙам итеүе тураһында белдерҙе. Ә был аҡсаларҙы дарыу һәм аҙыҡ-түлек алыу өсөн ҡулланырға ниәтләгән. Әммә ҡатындың һүҙҙәре полиция хеҙмәткәрҙәрен ышандырманы. Бер ай элек ул ирҙең банк иҫәбенән үҙ исеменә 150 мең һум аҡса күсерһә, хәҙер был сумма 800 меңгә еткән. Банк хеҙмәткәрҙәре һиҙгерлеге менән мутлашыу кисектерелде. Ҡатын пенсионерға 400 мең һум бурысын ҡайтарырға вәғәҙәләне. Ә Әхәт Зәйнетдин улы ят кешеләрҙе йортона индермәҫкә тигән ҡарарға килде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку