Ҡышҡы шөғөл

Ҡышҡы шөғөл 27.02.2016

Благовещен ҡалаһында йәшәүсе Мәҙинә Шәйхетдинова зауыҡлы әйберҙәр бәйләп күңеленә кинәнес, башҡаларға матурлыҡ өләшә. Ҡул эштәрендә оҫта сағыу төҫтәге ептәр ҡуллана.

Мәҙинә Шәйхетдинова  һәр яҙҙы түҙемһеҙләнеп көтә. Етеп килгән гүзәл заттар байрамына  бүләктәре лә әҙер. Был сәскәләр яҡындарының  йортона йәм өҫтәр тип ышана ул. Әйткәндәй, ошо матурлыҡтың һәр ҡайһыһын эшләү өсөн яртышар сәғәт ваҡыт  киткән. Бынан тыш, хужабикә шәл, ойоҡбаш, бейәләй, төрлө япмалар ҙа бәйләй. Әлеге мәлдә кофтаға тотонған. Хаҡлы ялда булғанға күрәлер, ул күңеле ятҡан ҡул эше менән бар донъяһын онотоп шөғөлләнә
Мәҙинә Шәйхетдинова йортҡа килгән ҡунаҡтарын бүләкһеҙ сығармай. Бәйләү буйынса яҡындарына оҫталыҡ дәрестәрен дә йыш үткәрә. Әйткәндәй, был шөғөлдө ул бала сағынан уҡ үҙ итә. Фермала эшләһенме, төҙөлөштәме оҫтаның ҡулынан бер ҡасан да энәләре төшмәй. Күңеле фантазияға ла бай. Уйҙарын тормошҡа ашырыуҙа уға ныҡышмал һәм тырыш булыуы ярҙам итә.
Шулай ҙа Мәҙинә Шәйхетдинова бәйләм эшенә ҡышҡыһын ғына ултыра, башҡа миҙгелдәрҙә баҡсаһынан сыҡмай. Йәшелсә, емеш-еләк үҫтереү менән мәшғүл. Оҫта фекеренсә, тормоштан уңыр өсөн, тәү сиратта, яратҡан шөғөлөңә ваҡыт таба белеү мөһим.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку