Ҡыш бабайҙа ҡунаҡта

Ҡыш бабайҙа ҡунаҡта 22.12.2015

Алыҫ араларҙы яҡын итеп килеп еткән Яңы йыл хужаһы балаларҙы республика башлығының шыршы байрамында тәбрикләне.  Унда уҡыу алдынғылары, йәш спортсылар, йыр-моң һөйөүселәр менән осрашты.

Бөйөк Устюгтан боландарҙа түгел, ә вертолетта осоп килергә ҡарар иткән быйыл Ҡыш бабай.  кушнаренко районы Первушин аэродромына килеп төшкәс тә «Заман менән бергә атларға кәрәк»,-ти белдерҙе ул. Яңы йылға тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалған, тимәк, ваҡыт та самалы. Ә пландар ҙур, декабрь аҙағына тиклем  республика балаларын ҡотлап өлгөрөү мотлаҡ.
Күптән көтөп алынған буранлы төбәк ҡунаҡтарын кескәйҙәр сәк-сәк һәм түңәрәк күмәс  менән ҡаршы алды. Тәмле ризыҡтарҙы улар үҙҙәре әҙерләп килгәйне.
Артабан Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу Өфөгә табан юл тотто. Ҡабалынып атларға тура киләсәк уларға. Ни тиһәң дә, Республика башлығы шыршыһына өлгөрөргә кәрәк.
Бөйөк Устюг ҡунағы уҡыу алдынғылары  менән осрашыуға һуңламаны. Бүләктәр ҙә алып килгәйне ул. Иң ҡәҙерлеһе – «Тылсымлы белем китабы» ине.  Тик «Яңы йыл биттәре буйлап сәйәхәт» ҡаршылыҡтар аша үтелде. Әкиәт ҡомартҡыһын урларға теләүселәр күп булды. Сценарийға ярашлы, спектаклдә билдәле әҫәрҙәрҙән өҙөктәр ҡуйылды. Тик уларҙың мәғәнәһе генә юғалған, мәҫәлән, «Алтын балыҡ» әкиәтендә төп персонажды Ҡыш бабайҙың үҙенә уйнарға тура килде.
Ал сәскә, алтын асҡыс, тылсымлы сүлмәк, ҡыҙыл башлыҡ - барлығы ике моҡсай бүләк ҡулда. Тик ни өсөндөр байрам кәйефе генә юҡ. Республика башлығы шыршыһына йыйылған тырыш һәм ныҡышмал малай-ҡыҙҙар Ҡыш бабайҙың был хәлгә ғәҙеллек индереүен күреп, бай һәм йөкмәткеле спектакль шаһиты булыуына ҡыуанысын белдерҙе. Әйткәндәй, сарала ҡатнашыусылар үҙҙәре лә байрамса кейенеп килгәйне.
Уҡыусылар артабан Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, әкиәт геройҙары менән бергә рәхәтләнеп күңел асты, байрам уттарын тоҡандырҙы. Бигерәк тә аҡыллы баштар Яңы йыл йомаҡтарын сисеүҙә әүҙем ҡатнашты.
Йыр-моң һөйөүселәрҙән тыш, шулай уҡ был байрамда йәш спортсылар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыусыларҙың балалары ҡатнашты.Һәр береһенең белем тауына күтәрелеү теләге ҙур, мәктәпте миҙал менән тамамларға теләүселәр ҙә етерлек.
Республика башлығының шыршы байрамы тамам, алда бер төркөм уҡыусылар Мәскәүгә, Кремлдә үтәсәк Яңы йыл тамашаһына юлланасаҡ.  
Ҡыш бабай иһә сара аҙағында  үҙенең маршрутын башҡа район-ҡалалар буйлап дауам итергә вәғәҙәләне. Каникулда ул барыһын да үҙенең резиденцияһында - Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы янында көтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку