Ҡырмыҫҡалы районында 11 сентябрҙә «Легендаға әйләнгән исемдәр» Республика фестивале үтәсәк

Ҡырмыҫҡалы районында 11 сентябрҙә «Легендаға әйләнгән исемдәр» Республика фестивале үтәсәк 10.09.2015

Байрам саралары барышында Шайморат ауылында 112 -cе Башҡорт атлы дивизияһы һәм уның командиры генерал-майор Миңлегәли Шайморатовҡа һәйкәл һәм Хәрби Дан мемориалы асыласаҡ. Тауһенгер ауылы эргәһендә  кавалерия дивизияһы һәм һауа һыуғышын хәтерләткән хәрби -тарихи реконстркукция үтәсәк.

Еңеүҙең етмеш йыллығына арналған  фестиваль сиктәрендә Башҡортостан эҙәрмәндәре лә үҙҙәренең 2 -cе слетын ойошторасаҡ. Унда ике интерактив майҙан эшләйәсәк. Был майҙандарҙың маҡсаты- ғаилә архивтарында һаҡланған  мәғлүмәттәрҙе электрон форматҡа күсереү.
Римма Буранбаева, эҙәрмән:  «Һәр ғаиләлә тиерлек  һаҡланған хаттарҙы, белешмәләрҙе, белдереү ҡағыҙҙарын, фоторәсемдәрҙе һәм иҫтәлектәрҙе электрон форматҡа күсереү ойошторасаҡбыҙ. Республика халҡы бындай мөһим эштә әүҙемлек күрһәтергә тейеш. Был документтарҙы ентекле өйрәнеү беҙгә тағы ла хәбәрһеҙ юғалған  меңәрләген һалдаттың яҙмышын билдәләргә ярҙам итәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку