Йорт төҙөүҙә мутлашҡаны өсөн Өфөлә төҙөлөш ойошмаһы директоры дүрт йылға иркенән мәхрүм ителде

Йорт  төҙөүҙә мутлашҡаны өсөн Өфөлә төҙөлөш ойошмаһы директоры дүрт йылға иркенән мәхрүм ителде 25.07.2014

Баш ҡаланың Ленин районы суды «Стандарт» һәм «Спектр» төҙөлөш йәмғиәттәрен ойоштороусы Александр Куйдинға ошондай ҡарар сығарҙы.

Ул фатир төҙөлөшөнә өлөшләтә аҡса индереүселәрҙән 46 миллион һум аҡса урлауҙа ғәйепле тип табылды. Тикшереү барышында билдәләнеүенсә, 2009 йылдың июненән 2010 йылдың мартына тиклем Александр Куйдин Өфөнөң Нуғай  һәм Кузнецов Затоны биҫтәләрендә арзан хаҡҡа фатирҙар һатыуы хаҡында иғлан бирә. Һөҙөмтәлә уның ширҡәттәре  48 кеше менән 46 миллион һумға төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу тураһында килешеү төҙөй. Сумманың 9 миллионын ул исем өсөн төҙөлөшкә һала, ҡалған аҡсаларҙы икенсе маҡсатта файҙалана. Уның фирмалары менән килешеү төҙөгән 48 кеше фатирһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа ҡала. Суд ҡарары менән Куйдин 4 йылға иркенән мәхрүм ителде һәм суд залында уҡ һаҡ аҫтына алынды.
Төҙөлөшкә аҡса һалып алданыусылар мәсьәләһе бөгөн республика йәмәғәт палатаһы ойошторған түңәрәк өҫтәлдә лә ҡаралды. Йәмәғәтселек  вәкилдәренең төп маҡсаты киләсәктә бындай күңелһеҙ хәлдәрҙе иҫкәртеү. Бынан тыш, төҙөлөш сифатын күтәреү, инфраструктураны камиллаштырыу тураһында төплө фекерҙәр  яңғыраны. Төҙөлөшкә аҡса һалып алданыусылар мәсьәләһе республика етәкселегенең дә даими иғтибары үҙәгендә. Өс йыл элек Рөстәм Хәмитов башланғысы менән тармаҡтағы мутлашыусыларға ҡаршы көрәш башланды. Уның һөҙөмтәһендә алданыусылар фатирлы булды, ә бурҙар яуаплылыҡҡа тарттырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку