Йорт алдында  туҡталҡа 23.05.2017

Өфө үҙәгендә төҙөүселәр менән күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр араһында бәхәсле хәл килеп сыҡҡан. Сетерекле мәсьәлә күптәргә яҡшы билдәле - автомобиль ҡуйыу урындары  менән бәйле. Яуаплылығы сикләнгән ойошмаларҙың береһе Крупская урамында заманса күп ҡатлы туҡталҡа төҙөү теләге менән йәмәғәт тыңлауҙары үткәргән. Күпселек төҙөлөштө хуплаһа ла,  был тирәлә урынлашҡан йорттарҙа йәшәүселәр ризаһыҙлыҡ белдерә.

Өфө үҙәгендә элиталы торлаҡ. Йортта йәшәүселәр бинаның киләсәге өсөн хафалана. Юл аша күп ҡатлы туҡталҡа һалыныуы ҡоролмаға ҙур зыян килтереүе ихтимал тип билдәләй улар. Ғөмүмән, Өфө административ һәм эшлекле үҙәгендә, йорттар һәм офис биналары  араһына күп ҡатлы автомобиль ҡуйыу урынын төҙөүҙе улар башҡа һыймаҫлыҡ хәл тип баһалай.
Танылған хоҡуҡ белгесе Салауат Юлсурин Өфө ҡала советы раҫлаған  йәмәғәт тыңлауҙарын уҙғарыу тәртибе  тураһындағы положениеның Рәсәй ҡала төҙөлөшө кодексына тура килмәүен дә билдәләй. Уның фекеренсә, закон буйынса ике кимәлдә үткәрелергә тейешле сара, бер йыйылышта уҡ хәл ителә. Һөҙөмтәлә бигерәк тә торлаҡ йорттар ихаталарындағы төҙөлөштәрҙә халыҡ мәнфәғәте иҫәпкә алынмай.
Миңһылыу Латипова Крупская урамында күп ҡатлы туҡталҡа төҙөү автомобиль тығындары мәсьәләһен киҫкенләштерәсәк кенә тигән фекерҙә.
Баш ҡаланың Киров районында Ленин, Чернышевский, Коммунистик һәм Крупская урамдары менән сикләнгән майҙанда күп ҡатлы туҡталҡа төҙөү теләген «ТехноӨфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте белдергән. Төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре билдәләүенсә, атап үтелгән майҙанда 6 ҡатлыҡ автомобиль туҡталҡаһын төҙөү юлдары ҡарала.
Эш көндәрендә был урында ниндәй тығындар күҙәтелгәнен барыһы ла яҡшы белә. шул уҡ йортта йәшәүселәр яфалана. Был төҙөлөш урыны юлдың ҡаршы яғында. Уларҙың торлағынан кәмендә 40 метр алыҫлыҡта урынлашасаҡ. Әлегә йәмәғәт тыңлауҙары һөҙөмтәләре буйынса ла аныҡ ҡарар  юҡ. Шуға ашығырға кәрәкмәй минеңсә.
Өфөлә автомобилдәр һаны йылдан-йыл арта. Уларҙы ҡуйыу урындарын ойоштороу көнүҙәк проблемаға әйләнә бара. Күп ҡаптлы туҡталҡалар төҙөү мәсьәләне хәл итеү юлдарының береһе тигән фекерҙә белгестәр. Улар майҙандарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу мөмкинлеге бирә. Был өлкәлә  Рәсәй һәм сит ил ҡалаларының  алдынғы тәжрибәһе лә өйрәнелә. Әммә, әлегә ғәмәлгә ашырылған уңышлы проекттар юҡ кимәлендә. Машина өсөн урындар ҡытлығы бигерәк тә ҡаланың үҙәк өлөшөндә үҙен һиҙҙерә. Шуға ҡарамаҫтан, төҙөлөштәрҙе халыҡ мәнфәғәтендә  алып барыу мотлаҡ тигән фекерҙә белгестәр.  
Йәмәғәт тыңлауҙары һөҙөмтәһе ике аҙна эсендә киң мәғлүмәт саралары урынлаштырыласаҡ. Унан сығып төҙөлөш тураһында ҡарар ҡабул ителә. Крупская урамындағы торлаҡ йорттарҙа йәшәүселәр иһә  был хәл менән килешергә теләмәй. мәсьәләне аңлатып улар төрлө кимәл етәкселәргә лә мөрәжәғәт әҙерләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика