Йоматау шифаханаһы урынына наркология диспансеры

Йоматау шифаханаһы урынына наркология диспансеры 28.10.2014

Республиканың иң боронғо дауалау учреждениеларының береһе ябылып, уның урынына наркомандарҙы реабилитациялау үҙәге барлыҡҡа килә, тигән хәбәр республика халҡын һиҫкәнергә мәжбүр итте. Күптәр, әлбиттә, был имеш-мимешкә ышанманы. Нисек инде ул тотош илдә тиңе булмаған шифахана ябыласаҡ? Ҡымыҙ менән дауалаусы медицина учреждениелары башҡаса юҡ бит, тип яҡшыға юранылар.

Нәсиә Грищенко Йоматау шифаханаһына Мәскәү өлкәһенән килгән. Сығышы менән Баҡалы районынан булған ханым дауалау үҙәгенең мөғжизәле сифаттары тураһында күптән хәбәрҙар. Бында килеп ул бер яҡтан сәләмәтлеген яҡшыртһа, тыуған яҡтарҙы ҡайтып күреү күңелгә дауа, ти ул.
Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа яҡын сит илдәр. Йоматауға дауа алырға төрлө төбәктәрҙән киләләр. Ә республика халҡы инде шифаханала бер тапҡыр ял иткәндән һуң йыл да килергә ҡарар итә.
Йоматау шифаханаһы ашҡаҙан-эсәк, үпкә ауырыуҙарынан арынырға ярҙам итә. Был эштә табиптар заманса дауалау алымдары, ҡоролмалар ҡуллана. Шулай ҙа иң төп шифаны ял итеүселәр ҡымыҙҙан ала, ти белгестәр.  
Был  уникаль шифахананы ябыу тураһында хәбәр таралғас халыҡ ҡаршы сыға.  Имеш-мимештәр ысын булған хәлдә ҡасаба күҙ терәп торған учреждениенан ҡолаҡ ҡағасаҡ, икенсенән  ауыл уртаһында, мәктәп эргәһендә наркомандар дауалау үҙәге барлыҡҡа килеүе башҡа һыймаҫлыҡ хәл, ти улар.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы иһә был хәбәрҙең буш булыуын белдерҙе. Халыҡҡа борсолорға урын юҡ. Һөҙөмтәле эшләгән учреждениеһын береһе лә яптырмаясаҡ, тине министр урынбаҫары.
Министрлыҡ вәкиле был хәбәрҙең ҡайҙан һәм кемдең ауыҙынан килеп сығыуы билдәһеҙ, ти.  Шифахана етәкселеге әйтеүенсә, шифахананы ябыу, йәки башҡа учреждениелар урынлаштырыу тураһында бөтөнләй хәбәрҙар түгел. Шуға күрә Йоматауҙа халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыртыу эше ҡәҙимгесә дауам итә.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика