Ярым емерек торлаҡта көн итеүсе фатир хужалары ҡасан өй туйлар?

Ярым емерек торлаҡта көн итеүсе фатир хужалары ҡасан өй туйлар? 29.07.2014

Өфөлә Октябрҙең 40 йыллығы урамындағы йорттарҙың береһендә түшәм ишелеп төштө. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ. Авария хәлендә тип табылған йорт уҙған быуаттың 40-сы йылдарында төҙөлгән.

Ваҡиғаны йортта йәшәүселәр ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй. Төнгө ун икенсе яртылар тирәһендә подъезда гөрһөлдәгән тауыштан һиҫкәнеп халыҡ тышҡа йүгереп сыға. Күҙ асҡыһыҙ саң ине, ти улар. Халыҡ был хәлде күптән көткән, күрәһең. 1943 йылда нигеҙ һалынған йорттоң түшәме генә түгел, нигеҙе лә ҡаҡшаған. Иҫкергән электр сымдарынан да янғын сығырын көт тә тор, тип хәүефләнә урындағы халыҡ. Ирина Хәйруллина, Октябрҙең 40 йыллығы урамындағы йортта йәшәүсе: «Йортобоҙҙа балалар күп. Иҙән-түшәмдәр емерек хәлдә, инеп-сығып йөрөүе лә ҡурҡыныс. Бер ниндәй һаҡланыу сараһы ҡаралмаған. Электр сымдары ла ныҡ таушалған. Беҙҙең дә кешесә йәшәргә хаҡыбыҙ барҙыр?!» Түбәнең ишетелеп төшөүенә күп тә үтмәне, яуаплылыр уны төҙөкләндереп тә ҡуйҙы. Шулай ҙа, ҡаҙаҡ ҡағыуҙан ғына тотош йорт бәләһен хәл итеп буламы икән, тип борсола фатир хужалары. Владимир Барабаш, Өфө ҡалаһы хакимиәте вәкиле: «Әлеге йорт авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡтан күсереү программаһына индерелгән. 2014-2017 йылдарға ҡаралған документ рәсми нигеҙҙә нығытылған. Федераль бюджеттан финанслау ҙа ҡаралған». Йортта йәшәүселәргә борсолорға урын юҡ, яҡын киләсәктә улар яңы фатирҙарға күсереләсәк, тип вәғәҙә итә Өфө ҡалаһы хакимиәте. Тимәк, авария хәлендәге торлаҡта көн итеүселәргә әлегә бәләнең урап үтерен көтөргә ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика