Ярҙам кәрәк! 27.08.2014

«Балаларға ғүмер» хәйриә фонды һәм Башҡортостан юлдаш телевидиниеһы хәйриә акцияһы иғлан итә.
Дүрт йәшлек Эльдан Ғәлиевтың мейеһендә яман шеш барлыҡҡа килә, һөҙөмтәлә малайҙың күҙҙәре күрмәй башлай, тәненең уң яҡ өлөшө һыҙлай. Әле Эльдан дүрт операция үткәргән, табиптар шешкә ҡаршы химиотерапия курсы үткәрә. Малай хәҙер донъяны киренән күрә башлау тураһында хыяллана. Тик был теләк тормошҡа ашһын реабилитация үтеү талап ителә, уға түләү ғаиләнең көсөнән килмәй. Эльдан мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөт итә.  

Хәҙер тирә-яҡ донъяны 4 йәшлек Эльдан бармаҡтары менән ҡапшап ҡына тоя ала. Барыһы ла ябай һыуыҡ тейеүҙән башланды, тип хәтерләй ҡайғы баҫҡан әсә. Аҙаҡ иһә малай башы ауыртыуына, тәненең уң яғы һыҙлауын зарлана. Дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн дә байтаҡ ҡына ваҡыт талап ителә. Тикшеренеүҙәрҙән һуң табиптарҙың ҡарары аяҙ көндө күк күкрәгәндәй тойола. Сабыйҙың баш мейеһендә мейеһендә яман шеш табыла. Иң ҡыйыны - үҙ балаңдың «Ни өсөн күрмәйем?» тигән һорауына яуап табыу, ти әсә. Сиргә һабышыу менән Эльдандың холҡонда ла үҙгәрештәр күҙәтелә. Ул 4 операция үткәрә. Табиптар әле лә шешкә ҡаршы көрәшә. Өҫтәүенә, ике йыл дауамында химиотерапия үтергә кәрәк. Әсә кеше улының күреү һәләтен ҡайтарыу тураһында хыяллана.
Гөлназ Хәмиҙуллина, «Балаларға ғүмер» хәйриә фонды етәксеһе: «Эльдандың күреү һәләтен ҡайтарыу өсөн уға реабилитация курсын үтергә кәрәк. Ғаиләгә Мәскәү һәм Санкт-Петербург клиникалары ярҙамға килергә әҙер, табиптар һөҙөмтә буласағы тураһында хәбәр итә. Дауалауға 200 мең һум аҡса талап ителә, беҙҙең хәйриә фонды ла был эшкә ҡушылды».
Ғаилә башлығы ғына эшләгән Ғәлиевтар өсөн һәр төрлө ярҙам ҡәҙерле. Бергәләп беҙ Эльданға донъяны яңынан күрә башлау һәләтен ҡайтара алабыҙ. Бының өсөн 3116 һандарына латин хәрефтәре менән «дари» һүҙен ебәрергә кәрәк. Смс хаҡы - 50 һум. Ғаилә ағзалары, малай үҙе лә барыһы ла яҡшы булырына ышана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика