Өфөлә йәшәүсе Милена Белозерова балалар церебраль фалижынан интегә

Өфөлә йәшәүсе Милена Белозерова балалар церебраль фалижынан интегә 01.12.2014

Дүрт йәшлек ҡыҙға  баш ҡалалағы физкультура-һауыҡтырыу  үҙәгендә дауаланыу өсөн 70 мең һум аҡса талап ителә. Ҡыҙҙың яҡындары баланың яҙмышына битараф булмаусыларҙың ярҙамына өмөт итә.

Дүрт йәшлек Милена һаман йүргәктәге сабый хәлендә. Ул күптән түгел генә башын тоторға өйрәнгән. Ҡыҙға һәр хәрәкәт ауыртыныу аша бирелә. Балаға ун айлыҡ сағында церебраль фалиж диагнозы ҡуялар. Уның шулай уҡ күреү һәм ишетеү һәләте лә насар, эпилепсиянан да интегә. Миленаның әсәһе ҡыҙының сирҙәренең йыл һайын арта барыуын билдәләй. Ҡыҙ менән әсә көн һайын йәшәү өсөн көрәшә.
Екатерина Белозерова, Миленаның әсәһе: «Мин ҡыҙымдың үҫкәс коляскала ултырыуын теләмәҫ инем. Әле лә уның өйҙә һәм тышта йөрөү өсөн коляскалары бар, әммә беҙ булған бар көстө йыйып, хәрәкәтләнергә тырышабыҙ. Дауалау курстарын даими үтеп торабыҙ, ә инде баш ҡалалағы ошо үҙәккә йөрөй башлағас, киләсәктә бөтәһе лә яҡшы булырына өмөт уянды».
 Ғаилә Мәскәү, Силәбе ҡалалары һәм Өфөләге балалар реабилитациялау үҙәктәрендә дауаланыу курстары үткән. Баш ҡалалағы физкультура-һауыҡтырыу үҙәгенә өс аҙна дауамында йөрөүҙән һуң баланың үҫешендә алға китеш һиҙелә.
Мария Балахонова, физкультура-һауыҡтырыу үҙәге табибы: «Беҙгә килгәндә ҡыҙ гел ятып тора, мускулдары эшләмәй ине, массаж менән уларҙы йүнәттек. Күкрәк ҡыуышлығын һәм таз һөйәген урынына ултырттыҡ. Сабыйҙың үҫешендә ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күҙәтелә. Был күмәк тырышлыҡ емеше. Үҫеш туҡталмаһын өсөн дауаланыуҙы дауам итергә кәрәк».
Миленаға артабан арҡаһын тоторға, ултырырға, мүкәйләп йөрөргә өйрәнергә кәрәк. Киләһе курстар февраль айына билдәләнгән. Тик баланы яңғыҙы тәрбиәләгән әсәгә был үҙәктә дауаланыу ҡиммәткә төшә. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөт итә. Уның өсөн 8 917 739 01 05, 8 (347) 272-50-77телефон һандарын йыйып, ҡыҙҙың яҡындары менән бәйләнешкә сығырға кәрәк.
 Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика