Ярҙам кәрәк!

Ярҙам кәрәк! 21.11.2015

Өфөлә йәшәүсе 33 йәшлек Рәмил Шакиров тәне һәм тын юлдары бешеп ауыр хәлдә дауаханала ята. Фажиғә баш ҡалала теркәлә. Иретеп-йәбештереүсе булып эшләгән иргә пропан  баллонынан сыҡҡан газға ут  ҡабыу һөҙөмтәһендә зыян килә. Ул әле Өфө ҡалаһының 18-се ҡала дауаханаһының  тән бешеүен дауалау бүлеге  реанимацияһында. Уның ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡан биреү талап ителә.      

Ваҡиға Өфөләге  шәхси граждарҙың береһендә була. Ике ир заказ буйынса иретеп йәбештереү эштәре башҡара. Пропан тултырылған  балонға тоташтырылған шланг тишек булыу сәбәпле, газ яйлап ҡына сығып торған һәм  гараж эсенә тулған. Уға иретеп йәбештергәндәге осҡондан ут ҡабына. Ялҡын телдәре эшсене тотош ялмап ала.
Тәне бешкән 33 йәшлек ирҙе шунда уҡ ҡаланың 18-се ҡала клиник дауаханаһының тән бешеүен дауалау бүлегенә килтерәләр. Әле ул реанимацияла. Сирлегә   дәүләт тарафынан бүленгән квота ярҙамында юғары  кимәлдәге медицина ярҙамы күрһәтелә. Һуңғы ике көндә ул аңына килгән. Рәмил Шакировты  аяҡҡа баҫтырырға бер нисә операция талап ителә.
Рәмил Йосоп улы һөнәре буйынса иретеп-йәбештереүсе.  Ҡатыны менән өс йәшлек ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Даими хеҙмәт  урыны булмаған, ғаиләне аҫрау өсөн ул  ялланып эшләгән.
Юлиә Шакирова, Рәмил Шакировтың тормош иптәше:  «Ут уның кейеменә ҡапҡан һәм тәнен ҡуша яндырған. Дуҫы үҙен яҡшы тоя, ул зыян күрмәгән. Иремә бер нисә операция талап ителә. Уның өсөн күп ҡан кәрәк, ҡан ойошоуы насар, шуға тормбоциттар , плазма кәрәк. Көн һайын ун-ун биш кеше ҡан бирһә яҡшы булыр ине».
Рәмил Шакировтың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ҡанды Өфө ҡалаһы Батыр урамындағы 41/1 һанлы йорт адресы буйынса урынлашҡан ҡан тапршырыу станцияһына барып бирергә була. Ҡандың ниндәй төркөмдән булыуы мөһим түгел, бары Шакиров Рәмил Йосоп улы өсөн тип әйтеү зарур.
Ҡыҙғанысҡа, һалҡындар етеү менән ошоға оҡшаш  фажиғәләр йыш теркәлә. Ике йыл элек Яңауыл ҡалаһында газ балоны шартлау сәбәпле, кеше ғүмерҙәре өҙөлдө, торлаҡ йортҡа зыян килде. Ҡағиҙәне боҙоп саманан тыш күп тултырылған  газ йылы урынға индергәс киңәйә һәм  шартлатҡысҡа әүерелә. Газ менән ҡулланғанда һаҡ эш итеү, еҫе сыҡһа шунда уҡ 104  һаны буйынса шылтыратырға кәрәк.

ЯРҘАМ КӘРӘК!
РӘМИЛ ШАКИРОВ ӨСӨН ҠАН ТАПШЫРЫУ ТАЛАП ИТЕЛӘ.
ӨФӨ ҠАЛАҺЫ, БАТЫР УРАМЫ 41/1 АДРЕСЫ БУЙЫНСА  РЕСПУБЛИКА ҠАН ТАПШЫРЫУ СТАНЦИЯҺЫНА МӨРӘЖӘҒӘТ ИТЕРГӘ.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку