1 ноябрҙән 4-нә тиклем Үҙәк хәрби округтың хәрби комиссариаттары әрме сафына оҙатыуҙы туҡтатып тора

1 ноябрҙән 4-нә тиклем Үҙәк хәрби округтың хәрби комиссариаттары әрме сафына оҙатыуҙы туҡтатып тора 30.10.2014

Үҙәк хәрби округтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был көндәрҙә Волга буйы, Урал һәм Себер федераль округтарының хәрби саҡырыу пункттары  ябыла.

Башвоенкомат мәғлүмәттәре буйынса, быйыл Башҡортостандан 6 меңдән ашыу егет хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Үҙәк хәрби округтан  Ватанды һаҡларға 68 меңдән ашыу ир-егетте оҙатыу күҙаллана. Республиканың хәрби саҡырыу пункты 5 ноябрҙә асыла. Ошо уҡ көндө бында «Асыҡ ишектәр» көнө үтә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш кампанияһы 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку