Ял көндәре Межгорье ҡалаһы биләмәһендәге Татлы ауылы гөрләп торҙо

Ял көндәре Межгорье ҡалаһы биләмәһендәге Татлы ауылы гөрләп торҙо 18.08.2014

Бында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы үтте. Күркәм сараға халыҡ күпләп килде, сит-яҡтарҙан ҡунаҡтар ҙа ҡайтты.

Өлкәндәр өсөн ауылдаштар байрамы күптәнге таныштарҙы, туғандарҙы осратыу яғынан ҡәҙерле булһа, балалар өсөн был тәү сиратта күңел асыу мөмкинлеге. Мәҫәлән, шуҡ малайҙар мендәр көрәшенә тотона. Был көс һынашыуҙа отолған Илнар байрамдың яҡшы үтеүен билдәләй.
Ауылдаштар байрамы Межгорье һәм уға ҡараған биләмәләрҙә  ҡасандыр ғәҙәти күренеш булған, ләкин ваҡыт үтеү менән онотолоп та киткән. Быға ҡарамаҫтан, бала-саға ла ҡасандыр гөрләп үткән сараларҙы яҡшы иҫләй.
Байрам сиктәрендә ауыл халҡы шәжәрәләрен дә күрһәтте. Ғөмүмән, был яҡтарҙа бай тарихлы ҡатай ырыуы башҡорттары йәшәй. Күркәм сараны төрлө бәйгеләр, спорт уйындары, сағыу коллективтар сығыштары биҙәне. Бындай байрамдарҙа иң мөһиме - аралашыу, тип билдәләй ҡунаҡтар, күптәре яҡташтарын күрер өсөн оҙайлы юл үткән.
Матур концерттан йәм алып, күптәнге таныштар менән иҫтәлектәргә  бирелеп, рәхәтләнеп ял итте илмәштәр. Ауылдаштар, киләһе байрамда тағы ла осрашырға килешеп, яҡшы кәйеф менән таралышты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

линара
11.09.2014 23:14:32
а есть еще более подробные видио

Возврат к списку