Яңы йылдан газға тариф 25 процентҡа  күтәрелде 08.01.2015

Башҡортостандың тарифтар буйынса дәүләт комитеты ҡарарына ярашлы, хәҙер зәңгәр яғыулыҡ күпме  файҙаланыуға ҡарап иҫәпләнә. Тарифтар үҙгәрешһеҙ ҡала тип вәғәҙә бирһәләр ҙә, нишләп ул артҡандан-арта?

Әминә Хисамова Өфөнөң 8 март ҡасабаһына күсенгәндә ауылда газ юҡ ине тип хәтерләй. Ул заманда өйҙәрҙе мейес яғып йылытырға, ашарға  пропан баллонына тоташтырылған газ плитаһында бешерергә тура килгән. Хәҙер иһә зәңгәр яғыулыҡһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Хатта төпкөл ауылдарҙа ла... Газ яғыуы уңайлы, ләкин хаҡы ғына  күңелде ҡыра, ти хужабикә.
Әминә ханымдың күршеһе Фәниә Рәхмәтуллинаға газ өсөн ай һайын уртаса 3 меңдән биш мең һумға тиклем түләргә тура килә. Көн һыуытһа яғыулыҡ күберәк ашала, шуға ла ҡышҡыһын газды күп яғыла, ти ул. Йорт газ менән йылытылһа, хужабикә ашарға бешергәндә лә ошо уҡ яғыулыҡты ҡуллана, һыуҙы ла газ йылыта.
Күптәр зәңгәр яғыулыҡтың ҡиммәтләнеүен белмәй ҙә ҡалды. Мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, халыҡты газ менән тәьмин иткән ойошма хаҡты күтәреү өсөн Республика Юғары судына мөрәжәғәт иткән. Суд ҡарарына ярашлы, Тарифтар буйынса дәүләт комитеты яңы хаҡ билдәләргә мәжбүр була.
Яңы ҡарар нигеҙендә хәҙер республика граждандары газға файҙаланыу төрөнә ҡарап иҫәпләшә. Икенсе төрлө әйткәндә, газда ашарға бешереүселәр һәм һыу йылытыусылар, яғыулыҡты икенсе тәғәйенләнештә ҡулланмаған осраҡта, яғыулыҡтың һәр кубометрына 5,93 тин түләйәсәк. Ә өйҙәрен газ менән йылытыусылар һәм яғыулыҡты икенсе йүнәлештә ҡулланыусыларға  уның хаҡы бер мең кубометры өсөн 4 554 һум 51 тин. Был хаҡтар 30 июнгә тиклем ғәмәлдә ҡала. Ә унан һуң хаҡ үҙгәрерме, юҡмы, уныһы билдәһеҙ. Күптәр тарифтың артыуында рәсми органдарҙы ғәйепләһә, шул уҡ ваҡытта суд ҡарарына берәү ҙә ҡаршы ла килә алмай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика