Яңы йылға яңы автомобилдәр менән! 17.12.2014

Баш ҡалала физик мөмкинлеге сикләнгән 14 кешегә махсус автомобилдәр тапшырылды. Машина алыусылар республиканың төрлө ауыл-ҡалаларынан йыйылғайны.

Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса социаль страховкалау фонды сығымдарына алынған был машиналар эш урынында, производствола ауыр тән йәрәхәттәре алған кешеләргә бирелде. Махсус автомобилдәрҙә физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған, транспорт сараһы инвалидтар өсөн ҡулайлашҡан. Шуныһы ла мөһим: автомобилдәрҙә идара итеүҙең ябай рычагтары ла бар. Тимәк, кәрәк була ҡалһа, рульдәге инвалидты икенсе водитель дә алмаштыра ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика