Яңы йылға ике аҙна ваҡыт ҡала, байрам кәйефе лә һиҙелә

Яңы йылға ике аҙна ваҡыт ҡала, байрам кәйефе лә һиҙелә 18.12.2015

Ҡала урамдары, биналар биҙәлә, тирә-яҡта төрлө төҫтәге уттар балҡый. Байрам эстафетаһына Стәрлетамаҡ та ҡушылған. Киләһе йыл 250 йыллығын билдәләйәсәк ҡала урамдарында төрлө скульптуралар, архитектур композициялар урынлаштырыла башлаған.

Тематика ла бай. Урамдарҙың береһендә, әйтәйек, әкиәт персонаждарын күреп булһа, икенсеһендә, сағыу гөлләмә һәм һарай формаһындағы балалар майҙансығы урынлашҡан. Уларҙың килеп сығышы ла төрлө. Мәрмәр һындар мәҫәлән, күптән түгел ҡалала үткән архитектур фестиваль сиктәрендә тыуа.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика