Яңы тормош

Яңы тормош 19.08.2014

Украина алып барған сәйәсәт һөҙөмтәһендә меңләгән кеше тыуған илен, йортон ташлап Рәсәйгә ҡасырға мәжбүр. Ҡасаҡтарҙы һыйындырыр өсөн һәр төбәктә ҡабул итеү үҙәктәре ойошторолдо. Шул уҡ ваҡытта Украина граждандарын эшкә урынлаштырыу мәсьәләһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Бәләгә тарыусыларға ярҙам итеү ниәтендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы мәрхәмәтлек марафоны үткәрҙе. Акция сиктәрендә бер нисә тонна гуманитар ярҙам йыйылды. Башҡа төрлө ярҙам күрһәтергә теләүселәр ҙә булды.

Был шылтыратыу Мартынюктар ғаиләһенең тормошон ҡырҡа үҙгәртеп ебәрә. Тимофей тормош иптәше Виталина, өс айлыҡ улдарын алып, оҙаҡ уйлап тормай Ҡырмыҫҡалыға күсенергә була. Уларҙы бында ихлас ҡабул итәләр. Йорт хужаһы Фәнзилә Йәғәфәрова атаһының нигеҙен ҡасаҡтарға тәҡдим итә. Буш торғансы файҙа килтерһен, тип фекер йөрөтә ҡатын. Хәҙер йәштәргә донъяларын тәртипкә килтерергә кәрәк. Һуғыштан ҡасып Мартынюктар бөтә кәрәк-яраҡтарын ташлап китә, ул ғына ла түгел, ғаилә йәшәгән йорт бомбардировка һөҙөмтәһендә тулыһынса тиерлек емерелгән. Урындағы етәкселек ҡасаҡтарҙы бәләлә яңғыҙ ҡалдырмаҫбыҙ тип белдерә. Ғаилә башлығы Тимофей снаряд шартлау һөҙөмтәһендә йәрәхәтләнә. Өфөлә уға операция яһайҙар, егеттең ғүмеренә хәүеф янамай. Яралар уңалғас, ғаилә башлығы Украинаға юлланмаҡсы, унда Мартынюктарҙың ике балаһы ҡалған. Уларҙы алып килгәс, ғаилә күмәкләшеп Ҡырмыҫҡалыла донъя көтмәксе.
Виталина Мартынюк, Украина ҡасағы: «Әле ҡыҙым һәм уртансы улым өләсәләрендә тора. Ирем яралы, тирә-яҡта һуғыш, шуға ла уларҙы ҡалдырып китергә мәжбүр булдыҡ. Бөтә теләк - уларҙы тиҙерәк Украинанан алып сығыу».
Тимофей артабан эшкә төшөргә иҫәп тота, тормош иптәше иһә балаларҙы тәрбиәләйәсәк. Ғаилә үҙҙәрен ҡабул итеүҙәренә оло рәхмәт белдерә. Шул уҡ ваҡытта уларға әле лә ярҙам талап ителә. Бигерәк тә балалар өсөн кәрәк-яраҡ, өҫ кейемдәре кәрәк. Йорт йыһаздары ла урынлы буласаҡ. Мартынюктарға ярҙам итергә теләүселәр беҙҙең телеканалға Ғафури 9/1 адресы буйынса мөрәжәғәт итә ала.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку