Яҙғы ташҡын көслө булмаясаҡ

Яҙғы ташҡын көслө булмаясаҡ 26.03.2015

Гидрометеорологтар бөгөн тәүгә рәсми фараздарҙы иғлан итте. Синоптиктар күҙаллауынса, Башҡортостан биләмәһендә һыу запастары уртаса күрһәткестәргә тиң йәки түбәнерәк. Һауа торошо ла ҡарға  яйлап иреүгә булышлыҡ итә. Тәбиғәт шарттары ҡырҡа үҙгәрмәһә яҙғы ташҡын тыныс үтәсәк, тигән фекерҙә белгестәр.

Быйылғы яҙ Башҡортостанға яҡшы мөнәсәбәттә. Һауа торошо көслө ташҡынға юл ҡуймаясаҡ. Апрелдә лә ҡар әкренләп ирейәсәк, ти метеорология хеҙмәткәрҙәре. Шулай уҡ ерҙә лә һыу запастары нормаға тиң. Республика йылғаларындағы  боҙ ҡатламымының  ҡалынлығы хәүефләнерлек түгел. Шуға ҡарамаҫтан, ҙур һыуға әҙерлек юғары кимәлдә ойошторолорға тейеш. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы айырым төбәктәрҙә һыуҙың ярҙарынан сығыу ихтималлығын да иңҡар итмәй.
Ҡотҡарыусылар күҙаллауынса, республиканың ете урынында, атап әйткәндә, Белорет, Бөрйән һәм Архангел райондарында  боҙ тығындары барлыҡҡа килеүе ихтимал. Тәбиғи шарттарҙа барлыҡҡа килгән быуаларҙы шартлатыу буйынса әҙерлек юғары. Ҡотҡарыусылар урындағы властарҙың ғаризаһын ғына көтә. Боҙ тығындарын иҫкәртеү өсөн тап урындағы комиссия ағзалары яуаплы. Юғиһә, 2013 йылдың ҡабатланыуы ихтимал. Ул ваҡытта Инйәр йылғаһында тығындар барлыҡҡа килеп Ғәбдүк ауылын һыу баҫты. Йорттар аҡты, мал -тыуар ҡырылды.
Республикалағы барлыҡ гидротехник ҡоролмалар, һыуһаҡлағыстар ҙа яҙғы осорға әҙер. Һәр хәлдә, рәсми мәғлүмәт шулай. Тик бына ысынбарлыҡта ауыл быуалары, бәләкәй һыуһаҡлағыстар тейешле хәлдә түгел, тине ташҡынға ҡаршы комиссия рәйесе.
2012 йылда Йәрмәкәй районындағы ғәҙәттән тыш хәлде барыһы ла хәтерләйҙер.  Тап быуаларҙың төҙөкһөҙлөгө арҡаһында бәләкәй йылға ярҙарынан сығып өс ауылды һыу баҫты. Өс йөҙҙән ашыу йорт-ихата зыян күрҙе. Әлбиттә, тәбиғәт шарттарын кисектереү мөмкин түгел. Яҙғы ташҡынды иҫкәртеү һәм алдан хәстәрләнгән эштәр ярҙамында ғына оло юғалтыуҙарҙан һаҡланып була. Шуға күрә урындағы ташҡынға ҡаршы комиссия ағзаларынан ҙур яуаплылыҡ талап ителә.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку