Яҡтылыҡмы, әллә сәләмәтлекме?

Яҡтылыҡмы, әллә  сәләмәтлекме? 19.08.2014

Өфөнөң Жилин ауылы урамдарының береһендә  йәшәүселәр юғары вольтлы электр сымдары үткәрелеүенә ҡаршылыҡ белдерә. Урындағы халыҡ фекеренсә, законды боҙоп,  шәхси участкаларға яҡын ултыртылған бағаналар  һаулыҡҡа хәүеф менән янай.

Һалған йортона  тиҙҙән ҡапҡа ҡуйырға теләүсе Вәлитовтар  аптырашта ҡалған. Өйгә илтеүсе юл уртаһында  бер төн эсендә трансформатор барлыҡҡа килгән. Ябай түгел, юғары вольтлы электр сымдарын тәьмин итеүсе.  
Законға ярашлы, 1 мең вольт көсөргәнешле электр сымдары эргәһендә 10 метр радиуста төҙөлөш объекттары булырға тейеш түгел. Үҙаллы тикшереү үткәргәндән һуң халыҡ был талаптар боҙолған тигән һығымта яһаны.
Әле яңы урамда өс бағана ултыртылған. Әммә был үҙгәрештәр менән риза булмаусы халыҡ юлды автомобилдәре менән ҡаплап ҡуйған. Үҙ һаулығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн борсолоусылар дөрөҫлөк өсөн  көрәшергә ҡарар иткән.
Руслан Ғабдрахманов, Жилин ауылында йәшәүсе: «Бында өс аяҡлы терәү ҡуйырға урын әҙерләгәндәр. Әммә беҙ урамды ҡапланыҡ, сөнки был эш законды боҙоп башҡарыла. Юғары вольтлы электр сымдары баш ауыртыу, яман шеш кеүек төрлө сирҙәргә килтереүе ихтимал».  
Эште яйға һалыу өсөн халыҡ менән осрашыуға "Өфө ҡала электр селтәрҙәре" бүлеге вәкилдәре килде. Ризаһыҙлыҡ белдереүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы күтәрҙе. 10 киловольт ҡеүәтле электр селтәре кеше һаулығына хәүеф менән янамай тигән фекерҙә белгестәр.
Илдар Башмаков, «Өфө ҡала электр селтәрҙәре» етештереү бүлеге директоры: «10 киловольт ҡеүәтле электр селтәре махсус изоляцияланған. Шуға күрә борсолорға урын юҡ тип иҫәпләйем. Берәүҙәр ризаһыҙлыҡ белдергәндә, икенселәр электр утһыҙ ултырыуын да оноторға кәрәкмәй. Шулай ҙа закон боҙоуға юл ҡуйырға ярамай. Осраҡ буйынса халыҡ менән  уртаҡ тел табырға тырышасаҡбыҙ».
Аңлатыу эштәренән һуң да яҡтар уртаҡ фекергә килмәне. Киләһе йыйылышта ҡала хакимиәте вәкилдәре менән берлектә осрашыу ойошторорға ҡарар иттеләр. Шуға ҡарамаҫтан халыҡ прокуратура, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау кеүек дәүләт органдарына ялыу менән мөрәжәғәт иткән.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку