Яҙмыш шаярыуы йәки еңел пар менән 20.12.2016

Баш ҡаланың Транспорт урамы 38 кәсер бер йорт адресы буйынса йәшәүселәр был  фильмды подъезға ингән һайын иҫкә ала. Һыуыҡтар башланыу менән уларҙың йорто ысынлап та, мунсаны хәтерләтә. Урамдан ингән һалҡын һауа эскә үтеү менән боҫҡа әйләнә. Һөҙөмтәлә подъезд дымлана һәм башҡа эҙемтәләргә алып килә.

Йортта йәшәүселәрҙең һәр береһе подъезға ингән һайын үҙен сәхнәгә сыҡҡан артистай хис итә. Аҡ томан араһында саҡ күренгән шәүләләрҙе башҡаса атау мөмкин түгел. Хәҙер инде биш йыл йортта йәшәүселәр дымдан ыҙа сигә. Урамдан ингән һалҡын һауа эстәге йылы менән ҡушылып парға әйләнә. Һөҙөмтәлә саманан тыш дымлылыҡ.
Наил Исмәғилев, йортта йәшәүсе: «Тәүге ҡаттарҙа мунса кеүек була. Дымлылыҡтан бөтә ер серей башланы. Коммуналь хеҙмәттәр подъезды елләтәбеҙ, тип тәҙрәләрҙе асһа, фатирҙарҙа һыуыҡ. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнек, ләкин хәл үҙгәрешһеҙ ҡала».
Тәүге ҡаттарҙа йәшәүселәр әйтеүенсә, артыҡ дымлылыҡтан уларҙың сәләмәтлектәре лә ҡаҡшай башлаған. Күршеләр ишек асып ингән һайын тын алыуы ла ауырлашты, ти оло йәштәгеләр.
Көндәр үтә ныҡ һыуытҡанда тыштан ингән пар ишекте лә туңдырып ҡуя. Мәктәптән ҡайтҡан балаларҙың инә алмай урамда торған саҡтары ла бар.
Идарасы компания вәкилдәре әйтеүенсә, проблеманы еңел генә хәл итеү мөмкин түгел. Баҡтиһәң, йорт подвалынан  торбалар үтә. Ундағы тишектәрҙән йылы сығып парға әйләнә.
Радмир Байбурин, торлаҡ файҙаланыу идаралығы инженеры: «Был проблеманы яҡшы беләбеҙ. Әммә бер нисек тә хәл итә алмайбыҙ. Торбалар йорттарҙы йылылыҡ менән тәьмин итеүсе БАШ РТС компанияһыныҡы. Улар ғына ремонт эштәре башҡара ала».
Ул арала, әллә мәсьәләнең киң тамашаға сығыуынан шөрләпме, әллә фатир хужаларының ялбарыуын ишетепме, торба хужалары ремонт эштәрен башланы ла инде. Проблема хәл ителәсәк, еңел парҙы фатир хужалары, тейешле урында ғына күрәсәк, тип ышандыра улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика