Яңауылда һуғыш ветерандарына торлаҡ сертификаттары тапшырыу дауам итә

Яңауылда һуғыш ветерандарына торлаҡ сертификаттары тапшырыу дауам итә 09.12.2016

Тиҙҙән төбәктә ҡулдарына тейешле документтар алған  тағы ла өс тол ҡатын өй туйларға йыйына.  

Фатир алыусылар исемлегендә  Мөсәлиә Закирова ла бар. Улар тормош иптәше Ҡәүи Закиров менән оҙаҡ йылдар тимер юлында эшләп хаҡлы ялға сыға. Ғаилә ярты быуаттан ашыу Суворов урамындағы бәләәкй генә йортта көн иткән. Әле Мөсәлиә Закирова был йортта өлкән улы менән йәшәй.  Яңы йылды 87 йәшлек хужабикә яңы фатирҙа ҡаршыларға хыял итә.
Өлкән йәштәге ҡатын яңы фатирын һеңлеһе йәшәгән урамдан һайлаған. Сертификат алыусылар уны 4 ай эсендә тотонорға тейеш.  
Гөлшат Сәхәпова, халыҡты социаль яҡлау филиалы бүлеге етәксеһе: «Граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү махсус сертификат менән раҫлана һәм фатир хаҡы ҡулаҡсаһыҙ түләнә. Быйыл беҙ барлығы 29 торлаҡ сертификаты тапшырҙыҡ. Ошо иҫәптән бер сертификат Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына бирелде».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика