Яңауылда һуғыш ҡорбандарына һәйкәл асылды

Яңауылда  һуғыш ҡорбандарына һәйкәл асылды 18.08.2014

«Ҡайғылы әсә» һәйкәленең  скульпторы - Башҡортостандың Рәссамдар союзы ағзаһы, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Хәлит Ғәлиуллин.

Стела ҡала уртаһында урынлашҡан, күккә күтәрелеүсе торналар яуҙа башын һалған егеттәрҙе символлаштыра. Композицияла  һалдат әсәһенең йыйылма образы  һынландырылған. Тантанала яугир-интернационалистарға миҙалдар һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Сарала  һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған  һалдаттарҙың әсәләре лә ҡатнашты. Айрат Әхмәҙишин, Евгений Гәрәев, Леон Иманов, Эмиль Нәсибуллин, Фиҙүс Фәйзуллин, Олег Петров, Сергей Сандаков, Эдуард Йәнтимеров яҡташтарының мәңге хәтерендә.  

Яңауылда шулай уҡ күп функциялы үҙәк сафҡа инде. Унда халыҡҡа 150 төр дәүләт хеҙмәте күрһәтеләсәк. «Берҙәм тәҙрә» принцибын ҡулланыу арҡаһында хеҙмәттәр алыу процедураһы ябайлаша, уңайлаша, халыҡтың  ваҡыты һәм аҡсаһы экономиялана.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку