Яңауыл районында «Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү тураһында» федераль закон уңышлы тормошҡа ашырыла

Яңауыл районында «Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү тураһында» федераль закон уңышлы тормошҡа ашырыла 21.07.2014

Күп балалы ғаиләләрҙең ер участкалары алыуға хоҡуғын раҫлаусы законға ярашлы,  ер участкалары өсөнсө һәм  унан һуңғы балалар тыуғас бүленә. Бынан ике йыл элек  ҡыҙҙары тыуғас, Сәләховтар ғаиләһе лә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа баҫҡан. Бөгөн улар буласаҡ йорттарына нигеҙ һалырға йыйына.

Яңауылда торлаҡ төҙөлөшөнә ер участкалары күп балалы ғаиләләргә генә түгел, бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә, инвалид бала тәрбиәләүсе һәм 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләргә лә бүленә. Һәр категория өсөн үҙенең сираты бар. Ер биләмәләре ҡаланың Көньяҡ биҫтәһендә һәм аэропорт янында бүленә. Гөлназ Нуретдинова, Яңауыл ҡалаһының архитектура һәм ҡала төҙөлөшө бүлеге белгесе: «Күп балалы ғаиләләргә - 216, инвалид бала тәрбиәләүселәргә - 33, бюджет хеҙмәткәрҙәренә 9 ер участкаһы бүлдек. Закон тормошҡа ашырыла башланған көндән алып, барлығы 487 ер участкаһы бүленгән».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку