Йәйге каникулға - Ҡытайға 25.06.2015

Гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй Ҡытай комиссияһының эш планына ярашлы Ҡытайҙа ун көнлөк лагерь ойошторола.

Унда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән  дәүләттәрҙең балалары ял итәсәк. Ҡытай лагерына Рәсәйҙән  200 балаға юллама бирелгән,   Шос саммитының Башҡортостанда үтеүен иҫәпкә алып иң күп квота беҙҙең Республикаға бүленгән,   сәфәргә  50 уҡыусы бара. Улар уҡыу һәм йәмәғәт эштәре алдынғылары.  Балалар  юлға  27-се июль сыға.  Уҡыусылар өсөн бай  йөкмәткеле программа ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика