Йәйгә сыҡһаң, ҡышты уйла...

Йәйгә сыҡһаң, ҡышты уйла... 25.05.2015

Йылылыҡ трассалары өсөн яуаплы  инженер хеҙмәттәре йәйге аяҙ көндәрҙең һәр минутын файҙалы итеп үткәрергә тырыша. Өфөнөң Дим районында Ухтомский  һәм Павлик Морозов урамдарында  йылылыҡ трассаларын алыштырыу йылдам бара.

Иҫкергән йылылыҡ трассалары дөйөм Рәсәй бәләһе. Бөгөн уларҙың иҫкереп сафтан сыға барыуы 50 проценттан ашып китә. Бындай хәлгә оҙаҡ йылдар барышында йылылыҡ селтәрҙәрен алыштырмау сәбәпсе, тип аңлата белгестәр. Былтыр Богдан Хмельницкий менән Кремлевский урамдары киҫелешендә йылылыҡ селтәре сафтан сығып, көслө һыу баҫымы асфальт юлда люк янында торған ике тонналы машинаны күккә ырғытҡайны. Бындай бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү өсөн йыл һайын йылылыҡ селтәрҙәренең 5 проценты алыштырыла барырға  тейеш.
Руслан Нафиҡов, ремонт төҙөлөш идаралығы етәксеһе: «Йыл әйләнәһенә халыҡты йылы һыу менән тәьмин итеү өсөн был участокта капиталь ремонт эштәре алып барабыҙ. Был трассала торбалар егерме йыл хеҙмәт иткән. Бик иҫкергән. Әлеге ваҡытта завод гарантияһы булған пенополиуретан торбалар һуҙабыҙ. Улар утыҙ йылдан ашыу хеҙмәт итәсәк».
Совет заманында һуҙылған иҫке торбалар йылылыҡ һаҡлаһын өсөн сепрәк вата менән ҡоршалған, хәҙерге торбалар ныҡлығы һәм ышаныслы булыуы, йылылыҡты бойлерҙарға тиклем юғалтмай үткәрә алыуы менән отошло, ти белгестәр. Һыуҙың ҡайнарлығы сатнама һалҡындарҙа иһә 115 градусҡа тиклем етеүе ихтимал. Павлик Морозов һәм Ухтомский урамдары буйынса йылылыҡ селтәре 1983 йылда һуҙылған. Оҙаҡ йылдар ул капиталь ремонт үтмәгән. Үткән йылғы һынауҙар һөҙөмтәһендә был участокта капиталь ремонт алып барырға ҡарар ителгән.
Ринат Фәхретдинов, Өфөнөң Дим районы буйынса инженер селтәрҙәре идаралығы  етәксеһе  урынбаҫары: «Был торбалар Совет дәүерендә ҡоролған, улар егерме йылдан ашыу хеҙмәт иткән. Бик иҫкергән, арматуралар ҙа тотмай. Уларҙы ла алыштырабыҙ».
Сыуаҡ  көндәр йылылыҡ селтәрҙәрен алыштырыу өсөн бик уңайлы. Иретеп йәбештереүселәр һәр йөйҙө еренә еткереп, эшен яуаплы башҡара.
Рузалин Ғәниев, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе: «Изоляциялы торбалар бик ышаныслы. Был торбалар 50 йыл хеҙмәт итәсәк. Брак эшләмәйбеҙ, сифатлы итеп иретеп йәбештерергә тырышабыҙ».
Тутығып бөткән иҫке торбалар  ҡыҙғаныс металл өйөмөнә әүереләгән. Уларҙы хатта, яңынан   файҙаланыу  ҙа мөмкин түгел. Пенополиуретан торбалар беҙҙең республикала яңыраҡ ҡулланыла башланы. Төрлө һауа температураһына сыҙам торбалар киләсәктә Өфөнөң Совет, Киров һәм Дим райондарында үткәреү ҡаралған.
Үткән быуаттың 50-cе,60-сы,70-се йылдарынан бирле ремонтланмаған торбаларҙың йыл һайын 5 процентын алыштырып торғанда йылылыҡ  сәлтәрҙәрендә тәртип буласаҡ.
Республика буйынса йылылыҡ трассаларын ремонтлау сентябрҙең тәүге аҙналарына тиклем башҡарыласаҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалығы ла  һауа шарттары ыңғай булғанда яҡын арала йылылыҡ биреү селтәрҙәрендә хәүефле хәлдәр булмаясаҡ, тип ышандыра.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку