Өйҙә ыҙғыш-талаш булмаһын! 24.11.2016

Ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү республика үҙәге ауыр хәлдә ҡалған әсәләргә ярҙамға килә. Быйыл учреждениела яңы бүлек асылған. Бында юрист, социаль хеҙмәткәр, психолог кеүек белгестәрҙән кәңәш алырға ла мөмкин.

Әле саҡ йәшәй башлаған балалар тормоштоң кире яҡтарын күрергә лә өлгөргән. Социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә бөгөнгө көндә биш тиҫтәгә яҡын малай-ҡыҙ тәрбиәләнә. Уларҙың барыһының да ата-әсәһе бар. птәре учреждениеға ғаиләләге аңлашылмаусанлыҡ арҡаһында килеп эләккән. Тап ошонда уларҙың киләсәге хәл ителә. Ата-әсәһенә кәрәкмәһә, туғандары баш тартҡан хәлдә, опекун ғаилә табылмаған осраҡта, һуңғы сиктә сабыйҙар балалар йорттарына тапшырыла.
Учреждениела быйыл июлдән йәш әсәләр өсөн өҫтәмә социаль ярҙам күрһәтеү бүлеген асыла. Унда ҡыйырһытылыуҙан, ҡайҙа барып һыйынырға белмәгән ҡатын-ҡыҙҙар ҡабул ителә. Диана Бәширова ла шулар иҫәбендә. Өс балаһы менән урамда тороп ҡалып,  һуңғы өмөтөн бағлап социаль үҙәккә барып һыйына. Әлеге ваҡытта уның ике балаһы шифаханала дауалана. Бында тыныслыҡ таптым, ти Диана.
Әсәгә балалары менән бергә ваҡытлыса йәшәр урын бирелеүҙән тыш, эш мәсьәләһе лә хәл ителгән. Диана үҙәктең аш-һыу бүлмәһендә ярҙамлаша. Үҙаллы тормошта яңынан йәшәй башлар өсөн аҡса туплай.
Ә социаль ярҙам үҙәгендә балалар үҙ сиратында ата-әсәләрен көтөп ҡала. Аҙна һайын дүшәмбе иртәһен. Ләкин ул көн әлегәсә аҙна, айҙарға һуҙыла...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика