Йөҙ йәштә лә йәш ветеран 22.12.2014

Баш ҡалала йәшәүсе Хәниф Заграпов бөгөн йөҙ йәшлек юбилейын билдәләй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан  Хәниф Харис улы йорт тултырып ҡунаҡтар ҡабул итә. Сал сәсле ветеранды ҡала хакимиәте вәкилдәре лә ҡотланы.

Үлем миңә бер тапҡыр килеп китте лә онотто, тип шаярта Хәниф Харис улы. Баҡтиһәң, 1942 йылда уның ата-әсәләренә  похоронка килгән булған. Артиллерия батареяһына етәкселек иткән йәш Хәниф ул ваҡытта яраланып госпиталгә эләккән була. Ниндәйҙер яңылышлыҡ менән ғаиләһенә вафаты тураһында ҡара хәбәр оҙатыла.
Көслө контузия алған Хәниф Заграпов госпиталдә ятып сыҡҡандан һуң да яу юлын дауам итә. Еңеү көнөн ул Кенигсберг ҡәлғәһендә ҡаршы ала. Фин һәм икенсе бөтә донъя  һуғыштарын башынан аҙағынаса алғы һыҙыҡта  үткән фронтовик, Жуков һәм Ватан һуғышы ордендары менән билдәләнгән. Тап яу яландарында алған сынығыу , тормошҡа булған ҡараш шулай оҙаҡ йәшәтә лә инде, ти ветеран.
Хәниф Харис улы һуғыштан һуң да илде тергеҙеүгә ҙур өлөшө индерә, йәмәғәт эштәрендә ҡатнаша. Тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Әле уның 7 ейәне һәм 6 бүлә-бүләсәре бар.
Хәниф Харис улын йөҙ йәшлек юбилейы менән ҡала хакимиәте , ветерандар советы һәм фронтовик эшләгән завод вәкилдәре лә ҡотланы. Был көндәрҙә ветеран йортонан ҡунаҡтар өҙөлмәй. Шулай ҙа иң бөйөк байрамым алда әле, ти ветеран. Хәниф олатай түҙемһеҙлек менән Еңеүҙең етмешенсе яҙын  көтә.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика