Йәш модельерҙарға Мәскәүҙә эшләү мөмкинлеге

Йәш модельерҙарға Мәскәүҙә эшләү мөмкинлеге 08.12.2014

Уны тап Өфөлә үткән «ТорFashion» мода форумы тәҡдим ителде. Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетында йыл һайын уҙғарылған конкурс республиканан ғына түгел, күрше өлкәлә йәшәүсе матурлыҡ һөйөүселәрҙе лә бер подиумға йыйҙы.        

Модельерҙың бурысы -фантазия менән моданы берләштереү. Тамашала өс тиҫтәләп модельер, 50-нән ашыу костюм тәҡдим итте. Бәйгелә еңеү яулаған ике ҡыҙға сертификат тапшырылды. Улар Мәскәүҙә үтәсәк  йәш модельерҙар конкурсында ҡатнашасаҡ. Римма Миңлеханованың эштәре баһалама ағзаларын  үҙенсәлекле булыуы менән һоҡландырҙы. Уның коллекциялары күреү һәләтен юғалтҡан кешеләр өсөн тәғәйенләнгән - кастюмдарҙа Брайль шрифты буйынса хәрефтәр тегелгән. Форумдан мода һөйөүсе йәштәр ҙә ситтә ҡалманы.
Эльвина Аҙнағолова, БДУ студенты: «Был коллекция «полностью» тип әйтәйемме икән сетканан эшләнгән һәм сеткала мин ленталар менән сиктем, был коллекцияны мин ярты йыл эшләнем».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку