Йәкшәмбе көн Ирәмәл тәбиғәт паркы биләмәһендә юғалған 32 йәшлек ҡатын менән уның ике балаһы табылды

Йәкшәмбе көн Ирәмәл тәбиғәт паркы биләмәһендә юғалған 32 йәшлек ҡатын менән уның ике балаһы табылды 31.03.2015

Ҡазандан килгән ғаилә  тау түбәһенә үҙаллы менергә ҡарар иткән. Туристарҙың юлы Силәбе өлкәһенең Төлөк ауылында башлана. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 7 саҡрым юл үткәс улар ялға туҡтай, ғаиләне оҙатыусы ханым кире ауылға юллана, тәүгеләре юлын дауам итә. Әммә ике балалы ҡатын тәғәйенләнгән ваҡытҡа базаға ҡайтып етмәй. Юғалған туристарҙы эҙләргә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм полиция хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә.

Ғаилә ағзалары  тау башында шырпыһыҙ, йылы кейемһеҙ  һәм аҙыҡ-түлекһеҙ  төн үткәрә, улар икенсе көн кискә генә табыла. Араларынан 14 йәшлек ҡыҙ һәләк булған, әсә менән биш йәшлек улын Һатҡы ҡалаһының дауаханаһына килтерәләр. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, туристар үтә текә һәм ҡарлы урынға менгән. Уларҙы түбәнгә алып төшкәнсе күп ваҡыт уҙған. Бәлиғ булмаған баланың үлем осрағы буйынса әле тикшереү бара. Раҫланмаған мәғлүмәттәр буйынса, ҡыҙ бала тау тарлауығына төшкән һәм шуға күрә ғаилә ваҡытында  әйләнеп ҡайта алмаған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку