Йүкә балы юҡ 20.06.2016

Тиҙҙән һатыусылар шундай яуап ҡайтарыуы ихтимал. Сәбәбе, шифалы бал сығанағы булып торған йүкә урмандарында ҡоротҡостарҙың үрсеүенә бәйле. Ҡарышлауыҡ ағастың япрағын кимерә, сәскәһен юҡҡа сығара. Был хәл умартасыларҙы хафаға һала.

Сәскә атыу миҙгелендә йүкәләр ҡыуара. Улар әйтерһең, йәшен һуҡҡан кеүек япраҡһыҙ ҡала. Сәбәбе ябай, бал биреүсе ағас ҡоротҡостар һөжүменә дусар булған. Ҡарышлауыҡтар уның япрағын кимерә, сәскәһен дә юҡҡа сығара. Иглиндә йыйылған балдың күпселек өлөшө тап йүкәгә тура килә. Шуға ла был хәл борсолоу тыуҙыра тип билдәләй төбәк умартасылар берлеге рәйесе Фәнил Ғәлләметдинов.
Иглиндең генә түгел, тотош Башҡортостандың да иң эре умартасыларының береһе  Рәшит Аҙнабаев күстәрен күсереү яғын хәстәрләй. Элек йүкә балында махсуслашҡан умартасы, быйыл сәскә балын менән йыйырға иҫәп тота.
Иглиндә умартасыларға бал ҡорто күстәре өсөн яңы урындар бүлеү мәсьәләһе ыңғай хәл ителгән. Ҡара бойҙай, көнбағыш баҫыуҙары, сәскәле болондарға урынлашырға мөмкин. Ҡоротҡостарға килгәндә, уларҙың ҡапыл  үрсеп китеүе ҡыштың йылы килеүенә бәйле тип билдәләй белгестәр. Әлеге ҡарышлауыҡтар йүкә урамандарына ҙур зыян килтерә алмаясаҡ. Ҡоротҡостарҙың япраҡ менән туҡланыу осоро тамам. Йүкәнең яңынан йәшәреү һәләте бар. Сәскә генә атып өлгөрмәйәсәк.
Умартасылар быйыл йүкәнән уңыш алыуға өмөтөн юғалтҡан. Был күренеш миҙгел аҙағында  балға хаҡтарҙа сағылыш табыуы ихтимал. Башҡортостанда йүкә сәскәһенән йыйылған татлы ризыҡ дөйөм күләмде кәм тигәндә 50 процентҡа тиң. Шуға ла ҡоротҡостарҙың үрсеп китеүе умартасыларҙы хафаға һала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика